Үҫеш мөмкинлектәре киң03.11.2012
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Өфөләге “Газ-Сервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә барып, предприятиеның эше менән танышты.
Республика башлығына цехтарҙы, үҙәк келәтте, авария диспетчерҙары хеҙмәтен күрһәттеләр. Рөстәм Зәки улы газ бүлеү станцияһы пунктын нисек төҙөүҙәрен ҡараны, хеҙмәт коллективы менән осрашты һәм, йәмғиәттең тарих музейында булып, ундағы ҡәҙерле ҡунаҡтар китабында иҫтәлеккә яҙыу ҡалдырҙы.
Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренсә, “Газ-Сервис”тың ҡеүәте ҙур һәм үҫеш мөмкинлектәре киң.
Я. УСМАНОВ.


Вернуться назад