Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БДБ, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Георгий Мурадов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Әңгәмә барышында төрлө йүнәлештәр буйынса Башҡортостан менән Агентлыҡ араһындағы бәйләнештәрҙе киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде. Республика күп кенә сит ил дәүләттәре һәм БДБ илдәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
— Төп бурыстарҙың береһе — төбәкте танытыу, был йәһәттән Агентлыҡ республикаға ҙур ярҙам күрһәтә ала, — тине Президент. — Беҙҙе ғәрәп һәм Урта Азия дәүләттәре менән эшләү ҡыҙыҡһындыра, һеҙ мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға ярҙам итә алаһығыҙ. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттары алдынан ошо илдәрҙе йөрөп сығырға, эшлекле бәйләнештәр булдырырға тырышасаҡбыҙ. Федераль агентлыҡҡа яҡшы партнер була алыр инек, тип уйлайым.
Агентлыҡ иҡтисад, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә Башҡортостанға сит илдәр менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙә булышлыҡ итергә әҙер, тип белдерҙе Георгий Мурадов. Уның билдәләүенсә, ойошма республика менән килешеү төҙөргә ниәтләй. Был документ берлектәге һөҙөмтәле эште тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк.
— Башҡортостан күп кенә күрһәткестәр буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылыҡты бирмәй. Республиканың абруйы юғары, — тине Георгий Мурадов.
Л. ДӘҮЛИЕВА.