Башҡортостан беренсе булып башлаясаҡ01.11.2012
Башҡортостан беренсе булып башлаясаҡӨфөлә ойошторолған “Федераль контракт системаһы — конкурентлы Рәсәйҙең үҫеш нигеҙе” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы баш ҡалаға сираттағы тапҡыр абруйлы ҡунаҡтар йыйҙы. Унда Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президенты Хакимиәте вәкилдәре, Федераль Йыйылыштың Федерация Советы ағзалары, Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, республика Хөкүмәте, Рәсәй төбәктәренең башҡарма власть вәкилдәре ҡатнашты.

— Өфө ошоноң кеүек ил кимәлендәге ҙур сараларҙы тиҙ һәм сифатлы итеп ойошторорға өйрәнде, — тип башланы һүҙен Сергей Степашин.
Ысынлап та, Башҡортостанда һуңғы арала ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге фәнни һәм сәйәси саралар йыш үтә. Әле лә беҙҙең төбәкте конференция уҙғарыу майҙансығы итеп осраҡлы һайламанылар. Республиканың дәүләт һатып алыуы системаһы камиллаша, был өлкәлә көтөлгән үҙгәртеп ҡороуға ла әҙерлек әүҙем бара. Ике йыл элек дәүләттең һатып алыуы өлкәһендә махсус вәкәләтле башҡарма власть органы — Башҡортостан Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты ла булдырылды. Был тырышлыҡтар бушҡа булманы — хәҙер республиканы федераль контракт системаһын тормошҡа ашырыу өсөн илдең пилот төбәге итмәкселәр.
— Ике йыл самаһы элек Рәсәй Иҫәп палатаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайныҡ. Уның буйынса беҙ Башҡортостанды Федераль контракт системаһы тураһындағы Законды тормошҡа ашырыуҙа пилот төбәге итергә тигән ҡарар ҡабул иттек. Бының өсөн һеҙҙә бөтә шарттар ҙа бар: тейешле структура, үҫешкән сәнәғәт, һөҙөмтәле эшләүсе менеджмент, хоҡуҡ һаҡлау органдарының уңышлы эше, — тине үҙ сығышында Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та республиканың Рәсәй Иҫәп палатаһы менән эшлекле мөнәсәбәт булдырылыуы һәм уның контракт системаһына ғына түгел, ә башҡа өлкәләргә лә ҡағылыуын белдерҙе.
— 2013 йылда федераль контракт системаһын республика биләмәһендә, предприятиеларҙа башлап ҡулланыу беҙҙең өсөн генә түгел, ә бөтә ил өсөн етди аҙым булыр тип иҫәпләйем, — тине Рөстәм Зәки улы. — Илдең Иҫәп палатаһы менән башҡа өлкәләрҙә лә уңышлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Мәҫәлән, әле ул беҙгә бюджетты формалаштырыуҙа методик ярҙам күрһәтә.
Пленар ултырышта төп докладтарҙың береһе менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов сығыш яһаны. Ул Башҡортостанда федераль контракт системаһының үҫеше һәм үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
Федераль контракт системаһы — был дәүләт идаралығының яңы технологияһы, ул контрактлы мөнәсәбәттәргә нигеҙләнгән. Икенсе төрлө әйткәндә, яҡтарҙың хоҡуҡтары һәм яуаплылығын контракт шарттарына ярашлы көйләүсе һәм һуңғы һөҙөмтәгә эшләүсе адаптив баҙар системаһы. Ә әлеге конференцияның төп маҡсаты — Федераль контракт системаһы тураһындағы закон проектын камиллаштырыу мәсьәләһе буйынса ҙур һөйләшеү ойоштороу. Пленар өлөштән һуң эш өс секцияла дауам итте. “Федераль контракт системаһы — стратегик идара итеүҙең инструменты”, “Тауар һатып алыу, эштәр һәм хеҙмәттәр өлкәһендә Федераль контракт системаһы тураһында”ғы закон проекты: йәмғиәт, дәүләт һәм бизнестың мәнфәғәттәре балансы” һәм “Федераль контракт системаһының төбәк үҫеше аспекттары” тип аталды улар. Бынан тыш, “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү ойошторолдо.
Конференцияны ойоштороусылар билдәләүенсә, уның һөҙөмтәләре бик ентекле өйрәнеләсәк, дөйөмләштереләсәк һәм Федераль контракт системаһы тураһындағы закон проектын камиллаштырыу эшендә артабан файҙаланыу өсөн Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына тәҡдим ителәсәк.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад