Ҡануниәт үҙгәреш көтә01.11.2012
Йәштәр тормошондағы күп ҡатмарлы мәсьәлә ҡануниәттәге етешһеҙлектәргә бәйле, тип иҫәпләй Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко.

— Хикмәт закондарҙың үҙендә, йә иһә уларҙың үтәлешендә йәки финанслауҙа, — тине ул өсөнсө саҡырылыш йәштәр палатаһы ултырышында. — Тимәк, ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү мөһим.
Йәштәр палатаһы быйыл республиканың закон проекттарына тиҫтә самаһы төҙәтмә биргән, биш тәҡдим Дәүләт Думаһына ебәрелгән. Әле улар өйрәнелә. Был йәһәттән “Закон сығарыусы” тигән конкурстың да әһәмиәте ҙур булған. Унда йәштәрҙең 20 хеҙмәте һайлап алынып, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға, Рәсәй Дәүләт Думаһына ебәрелгән.
Ултырышта ҡануниәттең һөҙөмтәлелеген күтәреүҙә властың, халыҡтың бер маҡсатта эшләргә тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Анна Дианова төбәк ойошмаһы менән федераль парламент араһында бәйләнеште нығытыу зарурлығын билдәләне. Төрлө фекер, тәҡдим өйрәнелеп, Башҡортостан йәштәр парламентының 2020 йылға тиклемге үҫеш концепцияһы ҡабул ителде.
Д. ТӘЛҒӘТОВА.


Вернуться назад