Министрға 5 мең хат килгән02.11.2012
Баҡалы, Туймазы һәм Шаран райондары һаулыҡ һаҡлау үҫеше мәсьәләләре буйынса Республика Советын ҡаршыларға әҙерләнә. Быйылғы күсмә ултырыш ошо төбәктәрҙә уҙа, ә пленар өлөш 9 ноябрҙә Өфөлә үтә. Сараның төп темалары — медицина хеҙмәтенең сифаты, демографик хәл, һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу һөҙөмтәләре. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев ведомствоның коллегияһында хәбәр итте.

Министрҙың билдәләүенсә, йылдың тәүге туғыҙ айында тыуым 6,1 процентҡа артҡан. Туберкулёз, венерик һәм йоғошло тире ауырыуҙары осрағы аҙайған, халыҡ һирәгерәк сирләй башлаған. Шул уҡ ваҡытта ВИЧ-инфекция йөрөтөүселәрҙең 29 процентҡа артыуы ғына эсте бошора.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күрелгән саралар үлем осрағын өс процентҡа кәметеүгә булышлыҡ иткән. Мәҫәлән, туғыҙ айҙа 5 139 кеше (былтырғынан 20 процентҡа күберәк) юғары технологиялы медицина ярҙамынан файҙаланған, йәнә 1 129 кеше сиратта тора. 94,4 мең кеше тәүге тапҡыр онкологка күренгән, 8,5 мең пациент Республика клиник онкология диспансерында дауаланған. Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы буйынса юғары технологиялы операцияларға квоталар күләменең артыуы шулай уҡ күптәрҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға булышлыҡ иткән. Юл-транспорт ваҡиғаһына юлыҡҡандарға медицина ярҙамын күрһәтеүҙе камиллаштырыу ҙа дауам итә. Һөҙөмтә хаҡында һандар һөйләй: аварияға эләккәндәр араһында үлем осрағы 17,9 процентҡа кәмегән.
— Һуңғы йылдарҙа халыҡ медицина ярҙамын күрһәтеү мәсьәләләре буйынса йыш мөрәжәғәт итә. Былтыр туғыҙ айҙа министрлыҡҡа 2 678 хат килһә, быйыл биш меңгә етте. Яҡташтарыбыҙҙы күберәк кадрҙарҙың етешмәүе, дарыу менән тәьмин итеүҙәге ҡайһы бер кәмселектәр борсой, "Ауыл табибы" программаһына ҡағылышлы һорауҙар ҡыҙыҡһындыра, — тине Георгий Шебаев.
Министр һаулыҡ һаҡлауҙың артабанғы бурыстарын билдәләне: үлем осрағын кәметергә, әсәләр һәм балалар сәләмәтлеген һаҡларға, халыҡты дарыу менән тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итергә, кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү сараһын күрергә.
Н. РАФИҠОВА.


Вернуться назад