Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарары01.11.2012
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында
2003 йылдың 14 мартындағы “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатының статусы тураһында”ғы 479-сы Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһындағы беренсе киҫәктең “а” пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарар итә:
1. Бер мандатлы 28-се Отрада һайлау округы буйынса һайланған Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙының вәкәләттәрен 2012 йылдың 24 октябренән — ваҡытынан алда туҡтатырға.
2. Ошо ҡарар ҡабул ителгән көндән көсөнә инә.
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы —
Ҡоролтай Рәйесе К. Толкачев.
Өфө, 2012 йыл, 26 октябрь.
ГС-2645г.