«Гражданлыҡ платформаһы» ниндәй платформала?01.11.2012
Уҙған аҙна аҙағында «Гражданлыҡ платформаһы» лидеры Михаил Прохоров партияһының ойоштороу съезында бик етди темаға ҡағылды. Уның уйынса, Рәсәйҙең Конституцияһын үҙгәртеп, милли республикаларҙы бөтөрөргә кәрәк. Күп милләтле Рәсәй өсөн милли мәсьәләгә ҡағылып һәм бигерәк тә бөтә ил алдында сығыш яһау алдынан тәүҙә ете ҡат уйларға һәм бер ҡабат киҫергә, киҫер алдынан да был аҙымдың нимәгә килтеререн күҙалларға кәрәк. Улайһа был фиғел малай-шалайҙың дары мискәһе өҫтөндә ут менән уйнауын хәтерләтә. Дөрөҫ, миллиардер Прохоров өсөн ул дары мискәһенең шартлау мөмкинлеге, бәлки, бик үк мөһим дә түгелдер. Аҡса бит донъяның теләгән иленең гражданлығын алыу хоҡуғын бирә. Ә ҡәҙимге кешегә, шул уҡ илдә артабан да йәшәү ихтыяжын күҙ уңында тотҡанда, илдәге тыныслыҡ мөһим.

Хәйер, Прохоровтың был фекере әллә ни яңы түгел. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында ЛДПР лидеры Владимир Жириновский шул уҡ идея менән сығыш яһағайны инде. Владимир Вольфовичтың милли мәсьәләгә ҡарашы сәйәсәт менән саҡ ҡына булһа ла ҡыҙыҡһынған һәммә кешегә мәғлүм. ЛДПР-ҙың һәр һайлау һайын рейтингы түбәнәйә барыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Шовинизм тар ҡарашлы сәйәсмәндәрҙең интригалары өсөн генә ҡулай, ә ябай гражданға ул бер нәмә лә бирмәй. Өҫтәүенә партия лидеры булған кешенең әҙәпһеҙ ҡыланыштары һәм бер ниндәй әхлаҡҡа һыймаҫ тупаҫлыҡтары ла быға булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр.
Ошо фонда өр-яңы партия барлыҡҡа килә һәм, сәйер, Жириновский ҡулынан төшөп барған байраҡты эләктереп ала. Президент һайлауҙары алдынан барған сәйәси дебаттар ваҡытында Михаил Прохоров менән Владимир Жириновский бер ҡасан да уртаҡ тел тапмаҫ оппоненттар кеүек күренһә лә, асылда, уларҙың икеһенең дә роле бер: улар милли республикалар һәм, ғөмүмән, Рәсәйҙең күп һанлы милләттәре өсөн баҡсаға ҡуйылған ҡарасҡы рәүешендәрәк. Йәнәһе, тыңлаусан булығыҙ, әтеү власҡа анау Жириновский кеүек мәҙәниәтһеҙ шовинист йә иһә Прохоров кеүек олигарх килһә, күрмәгәнегеҙҙе күрһәтәсәктәр! Шуға күрә шым ғына ултырығыҙ һәм нимә рөхсәт итһәләр, шуның менән ҡәнәғәт булығыҙ. Тик айырма шунда: Прохоров һөйләгәндә ауыҙынан төкөрөгөн сәсмәй һәм бик тә әҙәпле.
Михаил Прохоров фекеренсә, республикаларҙа милли элита милләтселек тойғоһонда уйнай һәм «беҙҙең халыҡ»ты иҙә. Тик шундай һорау тыуа: ул «беҙҙең халыҡ»ҡа кемдәр инә икән? Хакимлыҡ ул ҡайҙа ла бер. Башҡортостандың күршеһе Ырымбур өлкәһендә ул власть юҡмы ла Мәскәүҙең үҙендә иҙелеп йәшәгән халыҡ аҙмы? Шул уҡ Ырымбур өлкәһе халҡы әллә иркенерәк һәм мулыраҡ йәшәйме? Киреһенсә түгелме икән әле? Ә унда бер ниндәй ҙә милли элита юҡ түгелме һуң әле? Урта Рәсәй тигеҙлеге буйлап сәйәхәт ҡылғанда колхоздар емерелгәндән һуң бөлгөнлөктә йәшәгән урыҫ ауылдарын байтаҡ осратырға мөмкин. Уларҙың хәйерселектән сыға алмауында кем һуң ғәйепле? Тағы милли элитамы ни?
СССР емерелгәндән һуң ҡайһы бер элекке совет республикалары ысынлап та милли элитаның иҙеүе аҫтында әлеге көндә хәйерсе хәлендә йәшәй. Мәҫәлән, Төркмәнстан һәм Белоруссия кеше иҫәбенә эске тулайым продукт етештереү буйынса донъяның иң артта ҡалған илдәре исемлегенә инә. Урта Азия республикаларынан Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәрҙәге хәл, бәлки, уларҙан сағыштырмаса ғына яҡшыраҡтыр. Ләкин факт: ғаиләләрен астан үлтермәү өсөн үзбәктәр һәм ҡырғыҙҙар әлеге мәлдә Рәсәйгә ағыла, сөнки уларға башҡа Европа илдәренә юл ябыҡ. Ундай йәшерен мигранттар менән Рәсәйҙең ҙур ҡалалары әллә ҡасан тулған. Парадокс, ләкин был ысынбарлыҡ: үткән быуат аҙағында уларҙан башҡа милләттәрҙе ҡыуҙылар, хәҙер улар үҙҙәре Рәсәйгә ағыла. Бына шулай: ас ҡорһаҡ һинең милләтеңде һорап тормай.
Бәлки, Прохоров әфәнде тап ана шул республикаларҙы күҙ уңында тотҡандыр? Уның тәү ҡарашҡа һүҙ ыңғайында ғына мигранттар мәсьәләһен күтәреүе ошондай уйға килтерә. Ләкин, ғәфү итегеҙ, уларҙың Рәсәйгә ҡыҫылышы бик сағыштырмаса. Үҙҙәре ниндәй юл һайлаған – шуның буйынса йәшәһен. Быға уларҙың хоҡуғы бар. Хәҙерге шарттарҙа СССР-ҙы элекке рәүешендә тергеҙергә маташыу – буш хыял. Буш нәмә менән булғансы һәм милли мәсьәләне ошо рәүешле ҡуйыртҡансы, илде тергеҙеү хаҡында уйларға күптән ваҡыт. Рәсәй гражданының үҙ иле менән власть ҡушҡан өсөн түгел, ә йөрәге бойорғанға ғорурланырға хаҡы юҡмы ни? Улайһа, бына минең пенсионер күршеләремдең урыҫы ла, башҡа милләте лә осон-осҡа ялғап саҡ йәшәй. Уларҙың да үҙ илдәре менән ғорурланырға хаҡтары барҙыр бит?
Ә инде элекке СССР республикаларына күҙ һалып һәм шул фекереңде хәҙерге Рәсәйгә көсләп тағыу – ул инде сәйәси аҡылһыҙлыҡ. Рәсәйҙең берҙәм булыуына бер кем дә ҡаршы түгел, тик ул көслө булырға һәм үҙ граждандарын яҡларға, һаҡларға бурыслы. Һәр кем тыныс һәм көслө илдә тулы хоҡуҡлы граждан булып йәшәргә теләй. Тик һәр милләттең үткәне бар һәм бойороҡ ярҙамында уны юйып ташлап булмай. Ә бына Михаил Прохоров кеүек тар ҡарашлы сәйәсмәндәрҙең бындай сығыштары илде нығытыуға һәм милләтебеҙҙе туплауға түгел, киреһенсә, тарҡатыуға йүнәлтелгән.
Фәниҙә ИСХАҠОВА.


Рифат, пенсонер:
— Мин элек-электән компартияны яҡланым һәм яҡлаясаҡмын да. Ленин менән Сталиндың милли сәйәсете хаҡында ул Прохоров нимә белә? Бөтә илде ана шуның кеүек олигархтар таланы һәм байып ҡалды.

Михаил, уҡытыусы :
— Мин үҙем урыҫ. Беҙҙең коллективта төрлө милләт кешеләре эшләй һәм шулай уҡ төрлө милләт балаларын уҡытабыҙ. Был мәсьәләлә артыҡ бөгөү кәрәкмәй, киреһенсә килеп сығыуы бар.

Алина, студент:
— Прохоров – ул олигарх, һәм уны күберәк байҙар яҡлай. Ләкин беҙҙең илдә күп кеше ярлы йәшәгәс, уны мин етди ҡабул итмәйем.


Вернуться назад