Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр бөгөн күптәрҙе борсоуға һала һәм уйландыра. Ысынлап та, һәр беребеҙ көн һайын ошо хужалыҡ хеҙмәттәренән файҙалана, әммә күп осраҡта уларҙың эшенән риза түгелбеҙ. Йылдар буйына ремонт күрмәгән йорттар, тутыҡҡан торбалар, таҙартылмаған, бысраҡ подъездар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Күптәрҙең фекеренсә, тармаҡ бөгөн тулыһынса үҙгәрергә тейеш, сөнки һаман булһа комплекста төрлө енәйәтселеккә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуйыла.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәренең республика Прокуратураһында уҙған координация кәңәшмәһендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников, баш прокурор Сергей Хуртин ҡатнашты.
– Йылдар буйына илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемалары тураһында көн дә тиерлек һүҙ алып барабыҙ. Күптәребеҙ, ниндәй вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, күп фатирлы йортта йәшәй. Беҙҙе өйҙә лә, подъезда ла, хатта урамда ла ошо өлкәнең проблемалары борсой, – тине кәңәшмәлә Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостанда дүрт миллион кеше йәшәй, торлаҡ менән тәьмин ителеш бер кешегә уртаса 20 квадрат метрҙан тура килә. Дөйөм алғанда, республикала бөтәһе 80 миллион квадрат метр торлаҡ майҙаны бар. Уны тәрбиәләргә, таҙартырға һәм ремонтларға кәрәк, был үҙ сиратында күп кенә сығым талап итә.
Сарала Башҡортостан Президенты иҫке өйҙәр проблемаһына ла туҡталды. Өфөлә бөгөн таушалған йорттар майҙаны бер миллион квадрат метрға яҡынлаша, уларҙан ҡотолоу өсөн 100 миллиард һумға яҡын аҡса талап ителә. Квадрат метрын 30 мең һумдан алғанда ла уртаса ҙурлыҡтағы яңы торлаҡ төҙөү өсөн 30 миллиард һум аҡса кәрәк бит!
Кәңәшмәлә тағы ла торлаҡҡа бәйле тарифтар мәсьәләһе ҡаралды. Белеүегеҙсә, был өлкә лә ауыр, сөнки республикала халыҡ бай йәшәмәй, уртаса хеҙмәт хаҡы — 20 мең һум самаһы. Әлбиттә, Башҡортостанда, Волга буйы федераль округындағы башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, коммуналь түләүҙәр күпкә түбән, ун йылға яҡын был хеҙмәттәргә тариф күтәрелмәгән. Республика башлығы сығышы һуңында хоҡуҡ һаҡлау органдары, контроль-күҙәтеү структуралары ярҙамынан тыш был өлкәне яйға һалыу мөмкин түгеллеген белдерҙе.
Республика прокуроры Сергей Хуртин, һуңғы осорҙа халыҡтың күтәрелгән тарифтарға, идара итеүсе компанияларҙың төрлөсә мутлашыуына, урлашыуына ҡарата дәғүәләре артыуын билдәләп, бөгөн уларҙы коммуналь хеҙмәттәрҙең сифаты һәм хаҡы нығыраҡ борсоуын әйтеп үтте.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.