Улар — беҙгә, беҙ уларға кәрәк31.10.2012
Технологиялар һәм фән йәһәтенән донъяла алдынғыларҙан иҫәпләнгән япондарҙың Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуы һәм хеҙмәттәшлек итергә теләүе күп нәмә тураһында һөйләй. Ошо көндәрҙә республикаға Японияның Рәсәйҙәге илсеһе Тикохито Харада һәм илдең алдынғы эшҡыуарҙары эш сәфәре менән килде.

Тәүге көндә улар ике аралағы хеҙмәттәшлеккә арналған конференцияла ҡатнашты, ә кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
— Бизнес үҫешенә уңайлы мөхит булдырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалабыҙ. Республика парламентында һалым буйынса ташламаға хоҡуҡ биреүсе яңы закондар ҡабул ителә, административ ҡаршылыҡтар бөтөрөлә. Һеҙ тәҡдим иткән һәр проект республика Хөкүмәтенең иғтибарында буласаҡ, улар тиҙ арала өйрәнеләсәк һәм тикшереләсәк. Башҡортостанда һеҙҙең бизнес үҫергә тейеш — быға гарантия бирәм, — тине Рөстәм Зәки улы.
Президент ҡунаҡтарға республиканың инвесторҙар өсөн асыҡ булыуын һәм ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр ҡабул итергә әҙерлеген белдерҙе. Япондар иһә республикаға яҡшы әҙерлек һәм аныҡ тәҡдимдәр, эшләнмәләр менән килгән.
— Төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән ысынлап та бик әүҙем эшләйһегеҙ, беҙ быны күреп торабыҙ. Бөгөн һеҙгә Япониянан 18 эшҡыуар менән бергә килдек. Уларҙың бында эшләргә теләге ҙур. Бер нисә проект буйынса бөгөндән һөйләшеүҙәр алып барыла һәм яҡын арала улар тормошҡа ашырыла башлар тип уйлайым, — тине үҙ сиратында Тикохито Харада.
Атап әйткәндә, Өфөлә Япония технологиялары буйынса ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү заводы төҙөләсәк. Әле шулай уҡ “Газпромнефтехим Салауат” һәм “Mitsubishi Heavy Industries” компаниялары акрил кислотаһы комплексын асыу өсөн лицензия һәм проект әҙерләү менән мәшғүл. Дөйөм алғанда, хеҙмәттәшлек химия, нефть химияһы, автосәнәғәт һәм башҡа тармаҡтарға ҡағыласаҡ.
Шунда уҡ өс бизнесмен үҙҙәренең уртаҡ эшкә әҙер булыуын белдерҙе һәм айырыуса ҡыҙыҡһындырған өлкәләрҙе билдәләне.
Рөстәм Зәки улы ике аралағы эшлекле бәйләнештәрҙе, иҡтисад менән генә сикләмәй, фән, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә лә үҫтерергә теләүен белдерҙе.
Ә. ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад