Иң мөһиме – һөҙөмтә булһын31.10.2012
Хөкүмәтте үҙгәртеп ҡороуҙы Башҡортостан Президенты үткән аҙнала уҡ башлағайны. Премьер-министр вазифаһын бөтөрөү тәүге аҙымдарҙың береһе булды – хәҙер Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенә туранан-тура етәкселек итә. 29 октябрҙә иһә республика Президенты Башҡортостан Хөкүмәте ағзаларын тәғәйенләү хаҡындағы указдарға һәм бойороҡтарға ҡул ҡуйҙы. Ҡайһы бер чиновниктарҙың эш урынын алмаштырғанын иҫәпкә алмағанда, ведомстволарҙың күпселегендә артыҡ үҙгәреш юҡ – элекке етәкселәр эшен артабан дауам итәсәк, әммә яңылыҡтар ҙа юҡ түгел.

Шулай итеп, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаһына – Владимир Балабанов, уның урынбаҫары итеп Фидус Ямалетдинов тәғәйенләнде (Виктор Пчелинцевты алмаштырҙы). Әйткәндәй, быға тиклем Фидус Әғләм улы вице-премьер вазифаһын үтәй ине. Шулай уҡ Сергей Афонин да башҡаса вице-премьер түгел: артабан ул республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына етәкселек итәсәк. Ғөмүмән, вице-премьерҙарға килгәндә, уларҙың һаны туғыҙға етте, һәр ҡайһыһы төрлө тармаҡ өсөн яуап бирәсәк.
Хөкүмәттә яңы кешеләр ҙә бар. Бәғзеләре быға тиклем дәүләт структураһында эшләһә, ҡайһы берәүҙәре, атап әйткәндә, сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин ошоғаса заводҡа етәкселек иткән. Оҙаҡ йылдар һалым һәм банк системаһында тәжрибә туплаған, әлегә тиклем иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары вазифаһын биләгән Александр Васильев та көсөн икенсе даирәлә һынаясаҡ – Территориаль үҫеш буйынса агентлыҡҡа етәкселек итәсәк.
– Алдыбыҙҙа ҡатмарлы мәсьәләләр тора. Һәр ҡайһығыҙ үҙенә тәғәйенләнгән тармаҡтың торошо өсөн яуаплы, – тине республика Президенты яңы Хөкүмәттең тәүге ултырышында. – Коллектив ниндәй, эш һөҙөмтәһе лә шундай була. Бында йәш, тәжрибәле кешеләр йыйылған һәм әлеге осор өсөн был үтә лә мөһим. Кешеләр бөгөнгө Хөкүмәт ағзаларының республикала лайыҡлы тормош тәьмин итәсәгенә ышана. Эш барышына килгәндә, мине көндәлек аҙымдар менән таныштырып тороу кәрәк түгел, иң мөһиме – һөҙөмтә булһын.
Республика Президенты етәкселәрҙе замандан артта ҡалмаҫҡа, яңы технологияларҙы киң ҡулланырға саҡырҙы. Уның фекеренсә, һәр министрҙың компьютеры ғына түгел, һәр ваҡыт бәйләнешкә сығырлыҡ электрон адресы ла булырға тейеш.
Белеүебеҙсә, был йәһәттән Президент үҙе бик әүҙем: ул электрон почтаны даими файҙалана, Интернет селтәре аша килгән тәҡдимдәрҙе, һорауҙарҙы иғтибарынан ситтә ҡалдырмай.
Г. БАЛТАБАЕВА.


Вернуться назад