Указдарға һәм бойороҡтарға ҡул ҡуйылды31.10.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Афонин Сергей Иванович — Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры, Шебаев Георгий Анатольевич — Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры, Исҡужин Рәмил Кәбир улы — Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры, Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры, Нәбиуллин Рәжәп Байғондо улы — Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры, Ғаязов Әлфис Суфиян улы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, Һаҙыев Илдар Рим улы — Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры, Карпухин Алексей Иванович — Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры, Коваленко Николай Анатольевич — Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры, Иванюта Андрей Иванович — Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры, Иванова Ленара Хәким ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры, Хисмәтуллина Рузалия Сафиулла ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының финанс министры, Марьин Александр Владимирович Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры итеп тәғәйенләнде.

* * *

Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Новиков Сергей Владимирович — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Мансуров Камил Абрар улы — Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Сәлимгәрәев Фәдис Фәүҡәт улы — Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Камалетдинов Рөстәм Рим улы — Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Мөниров Ильяс Яхъя улы Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.

* * *

Башҡортостан Республикаһы Президенты бойороҡтары менән Буранбаев Вәкил Салауат улы — Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы начальнигы, Ғәлиев Шамил Фәрит улы — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт төҙөлөш күҙәтеүе инспекцияһы начальнигы, Ғәлиева Наилә Миңнулла ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының Мировой судьялар эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡ акттары регистрын алып барыу идаралығы начальнигы, Ғәлимов Ринат Сәхи улы — Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы, Ғәниева Альмира Альберт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы, Замалетдинов Илдар Ғәҙелйән улы — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы, Солтанова Альмира Рәйес ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы, Хисмәтуллин Әхмәт Әхәт улы — Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы, Васильев Александр Юрьевич — Башҡортостан Республикаһының Территориаль үҫеш буйынса агентлығы етәксеһе, Колесников Артем Сергеевич — Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса агентлығы етәксеһе, Мелкоедов Борис Николаевич — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе, Ямалов Илдар Урал улы Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
Указдар һәм бойороҡтар ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инде.


Вернуться назад