Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров, Башҡортостандың бер нисә аграр хужалығында булып, Президент Рөстәм Хәмитов менән тотош илдең, республиканың агросәнәғәт комплексы үҫеше перспективаһын тикшерҙе, хәҙерге иҡтисади заманда ауыл хужалығы өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләне.
Һуңынан министр 2013–2020 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереүҙең дәүләт программалары буйынса ултырышта ҡатнашты.
– Башҡортостан – Рәсәйҙә һөт, ит, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса алдынғылар иҫәбендә, – тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Быйыл республика, тәбиғәт шарттарының көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, үҙен тулыһынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин итте, иген йыйып алды. Ауыл эшсәндәренең хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ, улар тырышып эшләне.
Республика башлығы төбәктә ауыл хужалығын үҫтереү өсөн байтаҡ маҡсатлы программалар тормошҡа ашырылыуын, дәүләт тарафынан һәр яҡлап ярҙам күрһәтелеүен билдәләне.
Әйткәндәй, республикала 2011 йылда 109 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелгән, быйыл иһә – туғыҙ айҙа 82,3 миллиард һумлыҡ.
Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров, Башҡортостандың ауыл хужалығы өлкәһендәге ҡаҙаныштарын юғары баһалап, төбәк киләсәктә лә ил буйынса алдынғылыҡты бирмәҫ, тигән өмөтөн белдерҙе.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.