Япония илсеһе булышлыҡ итергә әҙер30.10.2012
Бөгөн Япония менән Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлек тулы ҡеүәтендә файҙаланылмай. Бигерәк тә иҡтисадта һәм инвестициялар йәлеп итеүҙә. Ике яҡтың сауҙа әйләнешенең былтыр ни бары 45,5 миллион доллар тәшкил итеүе лә ошоға тура ишара.

Был турала һүҙ ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә арналған сираттағы конференцияла барҙы. Сара беҙҙә икенсе ҡабат үткәрелә. Унда Японияның Рәсәйҙәге илсеһе Тикохито Харада һәм делегацияның башҡа вәкилдәре ҡатнашты. Республикаға инвестицияларҙы арттырыу зарурлығы был юлы ла осрашыуҙа иғтибар үҙәгендә булды. Илсе фекеренсә, киләсәктә был илдең бизнес даирәләре нефть химияһы, инфраструктуралар төҙөлөшө, автомобилдәргә запас частар етештереү һәм башҡа тармаҡтарҙа беҙҙең менән етди хеҙмәттәшлеккә өмөтләнә. Бөгөн ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса һөйләшеүҙәр башланған да инде. "Ике яҡлы хеҙмәттәшлек аныҡ проекттарҙы бойомға ашырыуҙа булышлыҡ итер тип өмөтләнәм. Был йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙермен", – тине Тикохито Харада.
– Японияның Рәсәйҙәге илсеһенең беҙҙең республикаға сәфәрен ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә этәргес булған ваҡиғаларҙың береһе тип ҡабул итәм. Һөйләшеүҙәр сауҙа, технологик хеҙмәттәшлекте генә түгел, ә инвестицияларҙы ла үҙ эсенә алды. Бөгөнгө ике аралағы сауҙа әйләнеше күләме беҙҙең мөмкинлеккә лә, донъяның өсөнсө иҡтисады булған Японияның ҡеүәтенә лә бөтөнләй тура килмәй – бик түбән кимәлдә. Шуға ла әлеге конференция иң тәүҙә инвестицион хеҙмәттәшлекте әүҙемләштерергә ярҙам итер тип ышанам, – тине саранан һуң Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов.
Япония ҡатнашлығында тормошҡа ашырылған аныҡ проекттар бөгөндән бар. Мәҫәлән, 2011 йылдың октябрендә "Газпромнефтехим Салауат" менән "Mitsubishi Heavy Industries" компаниялары араһында килешеү төҙөлгән. Уға ярашлы, япондар акрил кислотаһы комплексының лицензияһын һәм проектын әҙерләйәсәк. Шулай уҡ "Синтез-Каучук" менән "Yokohama" араһында ла килешеү бар. Ә "Sumitomo" корпорацияһы Нефтекаманың "Автопласт" заводы менән берлектә автосәнәғәткә полимер изделиелар етештереүсе берҙәм предприятие булдырырға теләк белдергән.
Р. ЗӘЙНУЛЛИН.


Вернуться назад