Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева Ҡара диңгеҙ буйы иҡтисади хеҙмәттәшлегенең Парламент ассамблеяһы делегацияһы составында Украинаның Юғары Радаһына һайлауҙа күҙәтеүсе сифатында халыҡ-ара миссияла ҡатнаша.
Күҙәтеүселәрҙең бурысы — һайлауға объектив баһа биреү, ҡотҡоға юл ҡуймау. Украина парламентына һайлау ҡатнаш система буйынса тормошҡа ашырыласаҡ. Партия исемлеге, шулай уҡ бер мандатлы округтарҙа мажоритар система буйынса 225-әр депутат һайланасаҡ. Урындар өсөн 5682 кандидат көрәшәсәк. Юғары Радаға үтеү өсөн партиялар 5 процентлы сикте үтергә тейеш.
Л. ДӘҮЛИЕВА.