Етемдәргә үҙ мөйөштәре кәрәк25.10.2012
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 56-сы ултырышында закон һәм ҡарар проекттары, закон сығарыу инициативалары, башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

Мәҫәлән, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы йәшәү урыны менән тәьмин итеү буйынса хәл итәһе мәсьәлә бихисап. Бындай төргә ингән йәштәрҙең күплеге, ә фатирҙарҙың етмәүе, майҙанының ҡанунда билдәләнгән нормаға тап килмәүе эшкә ҙур тотҡарлыҡ яһай. Сессияла ҡаралған “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы йәшәү урыны менән тәьмин итеү буйынса Башҡортостандың айырым ҡануни акттарына үҙгәрештәр индереү” законы проектында республиканың дәүләт власы органдарының был төргә ингән йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү вәкәләттәренә асыҡлыҡ индерелә. Мәҫәлән, уларға махсус торлаҡ фондынан уңайлы йәшәү урыны биреү хаҡында әйтелә. Был үҫмерҙәр үҙ категорияһына тап килергә һәм йәше 23-тән кәм булмаҫҡа тейеш. Проектта шулай уҡ торлаҡ менән тәьмин итеүҙә урындағы үҙидаралыҡтарға айырым дәүләт хоҡуҡтары бирелеүе тураһында ла пункт бар. Тимәк, проект ғәмәлгә инһә, был төргә ҡараған йәштәрҙе йәшәү урыны менән тәьмин итеү эшмәкәрлеге ниндәйҙер кимәлдә яйға һалынасаҡ.
Сессияла шулай уҡ республикала түләүһеҙ юридик ярҙам, административ хоҡуҡ боҙоуҙар, мәжбүри медицина страховкаһы, һалым һалыуҙың патентлы системаһы, мәҙәни ҡомартҡылар объекттарын һаҡлау һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ҡануниәттәргә үҙгәреш индереү хаҡында уҡыуҙар булды.
Төп иғтибар киләһе өс йылға ҡаралған финанс документтарына йүнәлтелде. Республиканың 2013 йылға һәм 2015 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫешенә прогноз яһау хаҡында, Башҡортостандың 2013 йылға һәм планға ярашлы 2014, 2015 йылдарға бюджеты тураһындағы закон проекттары беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде.
Д. ТӘЛҒӘТОВА.


Вернуться назад