Кешене иртәгәһе көнгә ышаныс йәшәтә24.10.2012
Кешене иртәгәһе көнгә ышаныс йәшәтәИҡтисади көрсөк, геосәйәси низағтар, экология проблемаһы, дини нигеҙҙәге ҡаршылыҡтар, экстремизм күренешенең таралыуы, фәҡирлек, ғаилә ҡиммәттәренең юғала барыуы, килем айырмаһы арҡаһында граждандар араһындағы көсөргәнешлелек — ошо һәм башҡа бик күп бөгөнгө көнүҙәк проблемаларҙы тап социологтар өйрәнә һәм хәл итеү юлдарын эҙләй. Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек кенә уларҙың күбеһе тураһында белмәй ҙә инек, ә хәҙер хатта донъя кимәлендә ғалимдар бергәләп баш вата.

Баш ҡалабыҙҙа кисә асылған “Социология һәм йәмғиәт: глобаль талаптар һәм төбәктәр үҫеше” тип аталған IV Бөтә Рәсәй конгресының икенсе этабында ла ошо проблемалар хаҡында ентекле һөйләшеү буласаҡ. Өфөләге конгресс Халыҡ-ара, Европа һәм Рәсәйҙең социологик ассоциациялар вәкилдәрен йыйҙы. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург һәм илдең башҡа төбәктәренән 500-ләп, сит илдәрҙән ике тиҫтә самаһы ғалим ҡатнаша. Сараның үҙенсәлеге шунда: ул тәүге тапҡыр Мәскәүҙә түгел, ә төбәктә уҙғарыла.
Сит ил ҡунаҡтары Башҡортостанды тулыраҡ күҙ алдына баҫтыра алһын өсөн Конгресс-холдың фойеһында бай күргәҙмә ойошторолдо. Аспиранттар һәм студенттарҙың билдәле ғалимдар менән аралашыу, фекер алышыу мөмкинлеге лә булды.
Мәртәбәле йыйында Президент Рөстәм Хәмитов менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та ҡатнашты.
— Бөгөнгө конгресс — илдең ғилми йәмәғәтселеге өсөн мәртәбәле ваҡиға, беҙгә лә Башҡортостанда тәүге тапҡыр ошондай ҙур форумды ҡабул итеү абруй өҫтәй. Республика һуңғы арала ҙур ғилми йыйындар уҙғарыу майҙанына әүерелә башланы, был беҙҙе шатландыра, — тине Рөстәм Зәки улы, ҡунаҡтарҙы сәләмләп. — Йәмғиәттә хәл итәһе мәсьәләләр, ысынлап та, бик күп. Әлеге ваҡытта илебеҙ бер ҡоролоштан икенсеһенә күсеү осорон кисерә. Шуға ла беҙҙең граждандарҙы киләсәк борсой: иртәгә үҙем, ғаиләм, балаларым, ейәндәрем менән ни буласаҡ? Әгәр иртәгәһе көнгә ышаныс юҡ икән, был йәмғиәттә көсөргәнешлек тыуҙыра.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ошоларҙың барыһын да хәл итеүҙә социологтарҙың роле бик ҙур. Улар — дәүләт власы органдарының “уң ҡулы”.
— Дәүләт программаларын, проекттарҙы, сәйәси башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ғилми яҡтан нигеҙләнгән идара итеү ҡарарҙары кәрәк. Беҙгә, идарасыларға, алдағы йылдарҙа теге йәки был социаль процестарҙың ниндәй йүнәлештә үҫәсәген белеү зарур, — тине Президент.
Төштән һуң йыйындың эше “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә дауам итте, сессиялар, фекер алышыуҙар ойошторолдо. Унда этник, демография, кеше потенциалы, төбәктәрҙе модернизациялау шарттарында хеҙмәтте дәртләндереү кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Власть һәм гражданлыҡ йәмғиәте мөнәсәбәте проблемаһына айырым “түңәрәк өҫтәл” арналды. Йыйын сиктәрендә “Рәсәй һәм уның төбәктәрендә социаль-мәҙәни эволюция проблемаһы” темаһына ғәмәли-координация советы ойошторола.
Социологтар йыйыны иртәгә тамамлана. Алдынғы уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү институттарында 20 “түңәрәк өҫтәл”, 11 ғилми сессия, 33 тематик секция, ике оҫталыҡ класы һәм инглиз телендә “БРИКС илдәрендә социология” темаһына махсус секция үтәсәк.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад