Һамарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында һәм Таможня союзында ҡатнашыуына мониторинг буйынса Федерация Советының ваҡытлы комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Сараға Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре ингән ҙур делегация барҙы.
Унда ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, 40-лап доклад тыңланды. Ойоштороусыларҙың билдәләүенсә, “түңәрәк өҫтәл”дәр ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Уларҙа Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында һәм Таможня союзында ҡатнашыуының төбәктәрҙәге сәнәғәттең үҫешенә йоғонтоһо, яңы шарттарҙа агрохужалыҡ комплексындағы мәсьәләләр һәм мөмкинлектәр, шулай уҡ социаль-иҡтисади сәйәсәтте тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәре тикшерелде.
Пленар ултырышта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, төбәк башлыҡтары, федераль министрлыҡ етәкселәре сығыш яһаны.
Ғ. ХӘБИРОВ.