Болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоу еңелерәк24.10.2012
Ливияла барған сыуалыштар, АҠШ менән Израилдең һуғышҡа әҙерләнеүе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе депутаты Алексей Кнышевтың үҙ теләге менән депутат мандатынан баш тартыуы иғтибар үҙәгендә булды.

Каддафи үҙе үлһә лә…

Ливияның элекке лидеры Муаммар Каддафиҙы вәхшиҙәрсә язалап үлтереүгә лә бер йыл үтте. Билдәле булыуынса, былтыр 19 октябрҙә Ливия революцияһына һигеҙ ай тигәндә Сирти ҡалаһынан сығып барған Муаммар Каддафиҙың 50-ләп джиптан торған автомобиль кортежы НАТО самолеттары һөжүменә эләгеп, баш күтәреүселәр тарафынан лидер үҙе язалап тигәндәй үлтерелгәйне. Уның үлемен иң беренсе күргән үҫмер Омран Шаабанды ла, бер йыл үткәс, үлем һағалап торған. Каддафи яҡлылар был үҫмерҙе үлтереп ”ҡанға — ҡан, үлемгә — үлем” икәнлеген иҫбат итергә тырышты, күрәһең. Былтырғы баш күтәреүселәр Шаабанды һәләк итеүсене тотоп биреүҙе һораны. Быға яуап итеп Каддафи яҡлылар ҡулдарына йәнә ҡорал алды. Әлеге мәлдә Ливияның Бани-Валид ҡалаһында Каддафи яҡлылар менән “революция яһаусылар” араһында ҡанлы бәрелеш бара. Бани-Валид халҡы әлеге көнгә тиклем Каддафиға тоғролоҡ һаҡлаусы булып ҡала. Йөҙ меңләп кеше йәшәгән был ҡала Хөкүмәт ғәскәрҙәре менән дә, “революционерҙар” отрядтары менән дә йыш ҡына бәрелешкә инеп торҙо. Каддафиҙың кинйә улы Хамис та ошонда йәшеренгән тигән мәғлүмәт бар ине. Әле килеп атаһының йыллығында Хамистың үлтерелеүе хаҡында белдерәләр. Уны быға тиклем дә бер нисә тапҡыр “теге донъя”ға ебәргәйнеләр. Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң ул “революционерҙар”ға яңынан теш ҡайрап, үҙенең тере икәнлеген иҫбат итте. Тағы ла бер ялған мәғлүмәт хаҡында билдәле булды. Ул да булһа, Ливия Хөкүмәтенең элекке спикеры Муса Ибраһимовты “ҡулға алғандар” һәм уны һорау алыу өсөн Триполиға килтергәндәр, имеш. Шул уҡ ваҡытта Ибраһимов үҙенең бөтөнләй сит илдә йәшәп ятыуы хаҡында белдерә. Бөгөнгө Ливия етәкселегенә ни өсөн ялған мәғлүмәт менән шөғөлләнеү кәрәк һуң, тигән урынлы һорау тыуа. Былар, әлбиттә, Бани-Валид ҡалаһында барған һуғыштан иғтибарҙы ситкә йүнәлтеү маҡсатында эшләнә. Йәнәһе лә, “бөгөнгө власть барыһын да үҙ контроле аҫтында тота, Каддафи режимы ҡоланы, һәм уның яҡлылар төрлөһө төрлө яҡҡа ҡасышып бөттө”. Ысынбарлыҡта иһә хәл күпкә ҡатмарлы. “Революционерҙар” менән Каддафи яҡлылар араһында ошо көнгә тиклем һуғыш бара. Каддафиҙы үлтерҙек тә проблеманы хәл иттек тип уйлағайнылар. Тик киреһенсә килеп сыға – проблемалар илдә арта ғына бара. Эйе, һуғыш дауам итеү сәбәпле, илдә емереклек хөкөм һөрә, завод-фабрикаларҙың күбеһе туҡтаған, халыҡ эшһеҙлектән интегә. Ә ҡайҙа эшһеҙлек, унда енәйәтселек тә көслө. Революция яһаусылар, Каддафи режимы ҡолатылғандан һуң ил танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк, Ливия демократик ил булараҡ үҫешәсәк, тип шапырынғайны. Әммә быларҙың береһе лә бойомға ашырға оҡшамаған. Улай ғына ла түгел, һуңғы арала илдең шәриғәт ҡанундары буйынса үҫеш алыуы тоҫмаллана башланы. Был тәү сиратта илдә күп ҡатынлылыҡты тыйған законды ғәмәлдән сығарыуҙан башланды. Күп ҡатын алыуға рөхсәт ителеүҙә Катар, Сәғүд Ғәрәбстаны кеүек мосолман илдәренең йоғонтоһо һиҙелә. Ысын мәғәнәһендә аҡса тоғо өҫтөндә ултырған был илдәр етәкселәре Ливиялағы сыуалыштарҙан файҙаланып ҡалырға тырыша. Болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоу еңелерәк шул.

АҠШ кемгә яҫҡана?

21 октябрҙә АҠШ менән Израиль армияларының “Ҡаты саҡырыу 12” шартлы исеме аҫтында берлектәге хәрби күнекмәһе башланды. Ике ил тарихында ул иң ҙурыһы булып иҫәпләнә. Израиль яғынан бер мең, АҠШ-тан 3,5 мең хәрби ҡатнаша был “һуғыш”та. “Дошман”дың һауа һөжүменә ҡаршы тороуға йүнәлтелгән күнекмәнең ниндәй маҡсатта уҙғарылыуын да тоҫмалларға була. Сөнки ике илде күптән инде Ирандың ядро программаһы борсой. Мәхмүд Әхмәдинижад был тәңгәлдә АҠШ менән һөйләшеүҙәр алып барырға риза булыуы хаҡында белдергәйне. Ләкин үткән аҙнала уларҙың бер фекергә килә алмауҙары билдәле булды. Шуға ла АҠШ Яҡын Көнсығыштағы үҙенең төп союздашы булған Израиль менән берлектә хәрби күнекмә уҙғарырға ҡарар итте лә инде. Бынан тыш, һайлауҙар ҙа яҡынлашып килә. Иранға һуғыш башларға әҙер булыуҙы күрһәтеү Барак Обамаға сәйәси мәрәй туплап ҡалыу өсөн дә кәрәк. 22 октябрҙә Митт Ромни менән Барак Обаманың һайлау алдынан һуңғы теледебаты үтте. Эфир ваҡытында дәлил килтереү өсөн дә кәрәк ине был күнекмәләрҙе башлау. Билдәле, хәрби күнекмә уҙғарыу ярайһы ғына сығымдар ҙа талап итә. Ул ике илдең ҡаҙнаһына 40 миллион самаһы долларға төшмәксе.

Гудковтың ҡул арты еңел, ахыры


РФ Дәүләт Думаһында “Ғәҙел Рәсәй” фирҡәһе ағзаһы Геннадий Гудковты эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәне өсөн депутат мандатынан мәхрүм иткәйнеләр. Гудков ул ваҡытта барыһына ла янап, минең арттан эйәреүселәр күп буласаҡ, тигәйне. Уның һүҙҙәре хаҡ булыуы ихтимал. Үткән аҙнала Дәүләт Думаһында “Берҙәм Рәсәй”ле Алексей Кнышев үҙе теләп депутат мандатынан баш тартты. Эйе, берәү ҙә ҡалъялы урындан үҙе теләп баш тартмай, дөрөҫөрәге, уны быға мәжбүр иттеләр, тиергә була. Оппозиционер, “Ғәҙел Рәсәй” фирҡәһе лидеры Сергей Мироновтың да быға йоғонто яһауы ихтимал. Тап ул “Берҙәм Рәсәй” партияһынан булған депутаттарҙың да эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүҙәрен белдереп, прокуратураға ялыу яҙасаҡтары хаҡында белдергәйне. Дума фракциялары был тәңгәлдә үҙ-ара тикшереү уҙғарған, күрәһең. Ғәйебе барлығын белгән А. Кнышев имен саҡта депутатлыҡтан баш тартырға уйлағандыр. Словакияла уның ҙур бер фирмаһы булыуы мәғлүм булды. Законһыҙ рәүештә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән тағы ла бер нисә депутатҡа “эш асыу” хаҡында һүҙ алып барыла. Сиратта КПРФ олигархын фашлау торормо икән? Ә бит был депутаттар һайлау алдынан үҙҙәренең ниндәй ғәҙел кеше икәнлектәрен күрһәтеп, һайлаусыларына “алтын тауҙар” вәғәҙә иткәйне. Баҡһаң, улар үҙҙәре алтын мискә өҫтөндә ултырған икән. Бына шунан һуң ышан инде уларға.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад