Күпселекте ер пайы ҡыҙыҡһындыра23.10.2012
Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бинаһы белгестәре Архангел районының Баҡалды һәм Ҡыҙыл Еҙем ауылдарында халыҡты ҡабул итте. Сараға ун ауылдан 40-тан ашыу кеше килгәйне. Йәмғеһе 60-лап мөрәжәғәт ҡаралды.

Архангел районының иң төпкөл ауылдары халҡы Рәсәй Юристар ассоциацияһы, Башҡортостандың Дәүләт торлаҡ инспекцияһы, республика Хәрби комиссариаты, прокуратура, ил Президентының Башҡортостандағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бинаһы вәкилдәренә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе.
Мөрәжәғәттәрҙең күпселеге ер участкалары һәм ер пайҙары бүлеүгә ҡағылды. Был мәсьәлә күп балалы ғаиләләрҙе лә, инвалид бала тәрбиәләүселәрҙе лә борсой. Күптәр пенсияның аҙ булыуына зарланды, шулай уҡ “Хеҙмәт ветераны” статусын билдәләү тәртибен аңлатыуҙы һораны. Ҡасабаларҙың береһенән килеүселәр оҙаҡ ваҡыт урындағы фермала эшләүе, әммә ниңәлер хеҙмәт кенәгәһенә тейешле яҙма индерелмәүе хаҡында һөйләне. Өҫтәүенә, эш биреүсе Пенсия фондына страховка иғәнәһен дә күсермәгән. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәрҙең пенсия кимәле бик түбән. Компетентлы органдар ошо хәлде ентекле тикшерәсәк.
Шәхси йорттарға газ үткәреү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, сираттан тыш муниципаль торлаҡ биреү мәсьәләләре лә күтәрелде. Халыҡ ҡыш юлдарҙың тейешенсә таҙартылмауына, юл билдәләренең, күрһәткестәрҙең булмауына, сүплектәрҙең төрлө урында һалыныуына зарланды. Хәрби комиссариат хеҙмәткәренә Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына ҡәбер ташы ҡуйыуҙы һорап мөрәжәғәт иттеләр.
Бөтә мәсьәләләр буйынса кәңәштәр һәм аңлатмалар бирелде. Рәсәй Президенты исеменә яҙма ялыуҙар буйынса тикшереү үткәреләсәк.
Йәмәғәтселекте ҡабул итеү бинаһы белгестәре ошондай сараларҙы даими үткәрә. Тормош күрһәтеүенсә, улар халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә һөҙөмтәле ярҙам күрһәтә.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад