Республика Хөкүмәте отставкаға китте23.10.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең отставкаһы тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры бурыстарын үҙ иңенә алды.

Был аҙым — августа башланған республика башҡарма власть органдары системаһын реформалауҙың киләһе баҫҡысы. Ул Башҡортостан Хөкүмәте һәм Президент Хакимиәте структуралары араһындағы вәкәләттәрҙе ҡабатлау, яуаплылыҡтан ҡасыу практикаһынан ҡотолоуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Республика башҡарма власть органдары структураһына ҡайһы бер үҙгәрештәр индереләсәк. Хөкүмәттең структураһы һәм персональ составы ошо көндәрҙә иғлан ителәсәк.
Хөкүмәт Аппараты Президент Хакимиәте менән берләштереләсәк. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә Аппаратта эшләүселәрҙең дөйөм һаны өстән бер өлөштән ашыуға ҡыҫҡарасаҡ.
Республика ҡануниәтенә тейешле үҙгәрештәр индереләсәк.
Башҡортостан Президентының
матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад