Хосусилаштырыуҙан килем ҡәнәғәтләндермәй20.10.2012
Бөгөн Башҡортостан милкендә 243 дәүләт унитар предприятиеһы менән 100 хужалыҡ итеүсе йәмғиәттең акциялар пакеты бар. Һуңғыһына килгәндә, 91-е — акционерҙар, туғыҙы — яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов дәүләт милкен хосусилаштырыуға арналған Хөкүмәт ултырышында ошо һандарҙы иҫкә төшөрҙө.

— Килемдең төп өлөшөн ни бары ун предприятие менән дүрт хужалыҡ итеүсе йәмғиәт формалаштыра. Ни өсөн килем базаһы шул тиклем түбән һуң? — тигән һорау ҡуйҙы Рөстәм Зәки улы. — Министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренән аныҡ тәҡдимдәр кәрәк.
Хөкүмәт ултырышында дәүләт милкен хосусилаштырыуға арналған мәсьәлә ҡаралып, быйылғы күҙаллауға үҙгәреш индерелде һәм 2013 йылға программа төҫмөрләнде.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Рәмил Исҡужин әйтеүенсә, 2012 йылғы план буйынса биш дәүләт унитар предприятиеһы, һигеҙ акционерҙар йәмғиәте һәм һигеҙ күсемһеҙ милек объекты хосусилаштырыласаҡ. Шулай уҡ былтыр тормошҡа ашырылмаған эштәрҙе теүәлләйһе лә бар.
— Әле “Тергеҙеү һәм реабилитация үҙәге” дәүләт унитар предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә әйләнде. “Яңауыл ҡала типографияһы” менән “Башучколлектор” предприятиеларын хосусилаштырыу тамамланып килә, — тине ул.
Рәмил Исҡужин әйтеүенсә, быйылғы йылдың туғыҙ айында акциялар пакетын һатыуҙан республика бюджетына 20,6 миллион һум, башҡа милекте һатыуҙан 22,6 миллион һум аҡса күсерелгән. План ни бары 6,13 процентҡа үтәлгән.
— Күҙаллау планын төҙөгән саҡта тармаҡ министрлыҡтары, ведомстволар менән Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы араһында ҡайһы бер предприятиелар һәм акционер йәмғиәттәре тәңгәлендә килешмәүсәнлек барлыҡҡа килә. Ә дәүләт милкен һатыуҙан килем алыу тураһындағы бурыс “Башҡортостан Республикаһының 2012 йылға бюджеты тураһында”ғы Закон менән билдәләнгән, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад