Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүгә эш сәфәре барышында Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов, тәбиғи ресурстар һәм экология министры Сергей Донской, мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов менән осрашты. Осрашыуҙарҙа Башҡортостанда, атап әйткәндә, Өфөлә 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС дәүләттәре менән хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреүгә әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов менән Максим Соколов “Өфө” халыҡ-ара аэропортына өҫтәмә юл, Затон биҫтәһенә урау юл һалыу, М-5 һәм М-7 федераль трассаларын төҙөкләндереү, “Өфө” халыҡ-ара аэропортын, тимер юл транспорты объекттарын яңыртыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыуҙа Өфөләге тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы аҙағынаса еткереү, саммиттарҙа ҡатнашасаҡ делегацияларҙы хеҙмәтләндереү өсөн автобустар һатып алыу тураһында һүҙ барҙы. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов Булгаков — Боҙаяҙ автомобиль юлын төҙөкләндереүҙе берлектә финанслау тәртибендә федераль ҡаҙнанан 60 миллион һум күләмендә субсидия бүлеү мәсьәләһен күтәрҙе.
Рәсәйҙең Тәбиғи ресурстар һәм экология министрлығында Рөстәм Хәмитов менән Сергей Донской Дуҫлыҡ монументынан алып тимер юл күперенә тиклем Ағиҙел йылғаһы ярын нығытҡан инженерлыҡ ҡоролмаларын яңыртыу хаҡында һөйләште. Әлеге ҡоролмалар 50 йыл элек һалынған. Уларҙың күбеһе иҫкергән. Бетон ҡоролмаларҙың яртыһынан ашыуы алмаштырыуға мохтаж. Өҫтәмә рәүештә яр буйҙарын, юлдарҙы, майҙансыҡтарҙы төҙөкләндереү күҙаллана.
Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов менән осрашыуы барышында Башҡорт дәүләт университетының уҡыу корпустарын яңыртыу, студенттар ҡаласығында өр-яңы торлаҡ комплексы төҙөү мәсьәләләре ҡаралды. БДУ-ның физика-математика корпусы ҡаршыһында һалынған ҡунаҡханала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитында ҡатнашыусылар, ә фатир рәүешендәге дөйөм ятаҡ корпустарында уларҙы оҙатып йөрөгән кешеләр йәшәйәсәк. БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуы ла ошонда үткәреләсәк. Мәсьәләләрҙең барыһы буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителде.
А. ХӘЛИЛОВ.