Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Венгрияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Иштван Ийдярто менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда иҡтисади өлкәләге хеҙмәттәшлек мәсьәләләре, шулай уҡ берлектәге гуманитар проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов, әле Башҡортостан менән Венгрия араһындағы мөнәсәбәттәр йылдам үҫә, әммә үҙ-ара эш итеү ҡеүәте тулыһынса файҙаланылмай, тип билдәләне.
— Һеҙҙәге нефть эшкәртеү заводтары, химия комбинаттары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Химия йүнәлешен әүҙемерәк үҫтерергә теләйбеҙ, тиҙҙән газ химияһы республикалағы химия индустрияһын үҫтереүҙә өҫтөнлөктәрҙең береһенә әүереләсәк, — тине Башҡортостан Президенты.
Илсе билдәләүенсә, Венгрия менән Башҡортостан көрсөккә тиклемге осорҙа әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итә ине.
— Әле беҙ көрсөктән һуңғы шарттарҙа эшләргә тейешбеҙ. Башҡортостан Венгрия өсөн — ғәйәт ҙур ҡеүәткә эйә булған партнер. Республикала уңышлы эшләгән предприятиелар бик күп, Башҡортостанда беҙҙең өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған төрлө продукция сығарыла, — тине Иштван Ийдярто.
А. ХӘЛИЛОВ.