Бушлай юридик ярҙам күрһәтеләсәк17.10.2012
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумының сираттағы ултырышы күңелле ваҡиға менән башланды. Парламент спикеры Константин Толкачевҡа Рәсәй Федерацияһы Иҫәп палатаһының Почет грамотаһы тапшырылды.

Президиум ултырышында 50-гә яҡын мәсьәлә ҡаралды. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың киләһе ултырышын 24 октябрҙә уҙғарырға ҡарар иттеләр. Унда 40-тан ашыу закон проекты ҡараласаҡ. Иң мөһимдәре — алдағы өс йылға финанс документтарын раҫлау. Улар араһында 2013 йылға бюджет ҡабул итеү, 2014-2015 йылдарға республиканың социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау, мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды бюджеты кеүек мөһим документтар бар.
Закон проекттарының унауһы шул көндө үк закон көсөнә эйә буласаҡ тип көтөлә. Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһының Экология кодексы”на, “Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында һыу мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы республика закондарына үҙгәрештәр индереләсәк.
Беренсе уҡыуҙа бушлай юридик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекты ҡараласаҡ. Был закон буйынса хоҡуҡи консультациялар биреләсәк, ғариза, ялыу, үтенес ҡағыҙҙары һәм башҡа документтар төҙөүҙә ярҙам күрһәтеләсәк, граждандарҙың судтарҙа, дәүләт һәм муниципаль органдарҙа, ойошмаларҙа мәнфәғәттәре яҡланасаҡ.
Ә. ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад