Һөҙөмтә тиҙ күренмәҫ17.10.2012
Башҡортостанды "икенсе Швейцария" тип атайҙар. Ысынлап та, беҙҙә лә ундағынан кәм булмаған мәғрур тауҙар, таҙа һыулы күл-йылғалар етерлек, саф һауалы ылыҫлы урмандарыбыҙ йырып сыҡҡыһыҙ.

Ләкин биләгән майҙаны буйынса Башҡортостандан бер нисә тапҡырға бәләкәйерәк. Швейцария – Европалағы туризм мәккәләренең береһе, ил бюджетының 15 процентын тап туризм бизнесынан алынған табыш тулыландыра. Илдең инфраструктураһы бик үҫешкән, автомобиль һәм тимер юлдары күп, уңайлы географик урыны төрлө ҡитға кешеләрен йәлеп итә. Башҡортостанда иһә – Рәсәйҙең йөрәгендә урынлашҡан, тәбиғәте, данлы тарихы, иҫтәлекле урындары менән хаҡлы маҡтана алырлыҡ төбәктә – туризм тармағының үҫеше ҡыуандырырлыҡ түгел. Башҡортостан Хөкүмәтендә Президент Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында республикабыҙҙа туризм кластерҙары менән идара итеү механизмын булдырыу, тармаҡта инвестиция проекттарын һәм технологияларҙы үҫтереү мәсьәләһенә арналған кәңәшмә булды, унда ошо өлкә өсөн яуаплы етәкселәр фекер алышты, төрлө тәҡдимдәр яңғыраны.
Тәү ҡарамаҡҡа, республиканың туристик ресурстары ифрат ҙур һымаҡ: 300-гә яҡын карст мәмерйәһе, 600 йылға, 800 күл, мәғрур тауҙар (данлыҡлы Ирәмәл, Ямантау, Әүәләк, Ирәндек һырттарын ғына алайыҡ!) бар. Йыл һайын республикаға меңәрләгән ҡунаҡ килә, шифаханаларҙа һаулығын нығыта, тәбиғәт ҡомартҡыларына һоҡлана. Әммә... Сит илдәр менән сағыштырғанда, был уңыш күлдәге тамсыға тиң, сөнки әлегә туризм тармағы республика иҡтисадына һиҙелерлек файҙа килтерә алмай. Проблеманың сәбәптәре төрлө. Беренсенән, тәбиғәт ресурстарына таянып ҡына туризм тармағын үҫтереү мөмкин түгел – кешеләрҙең төрлө мөмкинлектәрҙе файҙаланып ял иткеһе килә, ә бының өсөн үҫешкән инфраструктура булырға тейеш. Икенсенән, инвесторҙарҙы йәлеп итеү менән бер рәттән, сит ил компаниялары менән дә уртаҡ тел табыу мөһим.
Рөстәм Хәмитов, тармаҡты үҫтереү юлының башында ғына торабыҙ, тип билдәләне. Әммә был бик ҡатмарлы эш, һөҙөмтә тиҙ генә күренмәйәсәк.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев, 2012 – 2016 йылдарға иҫәпләнгән "Башҡортостанда эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү" маҡсатлы программаһы әһәмиәтле роль уйнаясаҡ, тип белдерҙе. Әлегә иһә инвесторҙар менән эш тотороҡло түгел, сәбәбе уларҙы ҡәнәғәтләндергән шарттар һәм туристарҙы ылыҡтырырлыҡ ҙур объекттар булмауҙа.
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Наталья Солодилова уҡыу йортонда бихисап турист маршруттары һәм проекттары әҙерләүҙәрен, әммә уларҙың туризм баҙарында ихтыяж менән файҙаланмауын билдәләне.
Рөстәм Зәки улы туризм тармағы өсөн яуаплы чиновниктарҙың эше менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе һәм юғары талаптар ҡуйҙы: өлкәне үҫтереү өсөн һүҙҙән арынып эшкә тотоноу фарыз.
Г. БАЛТАБАЕВА.


Вернуться назад