Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Венгрияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Иштван Ийдярто килде. Делегацияға шулай уҡ Рәсәйҙәге Сауҙа вәкиле Дердь Палашти, илебеҙҙәге мәҙәни, ғилми һәм мәғлүмәт үҙәге директоры Андраш Барани, Венгрияның Рәсәйҙәге илселегенең матбуғат атташеһы Кристина Сентдьерди инде.
Өс көнлөк сәфәрҙә ҡунаҡтар Башҡортостан етәкселеге, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры менән осрашасаҡ, предприятиеларға, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына барасаҡ.
Венгрия илсеһе Өфөгә килеү менән билдәле ғалим, шәрҡиәтсе Йожеф Торманың иҫтәлекле таҡтаташына сәскә һалды. Шулай уҡ ҡунаҡтар Башҡортостандың Археология һәм этнография музейында булды, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында “Мираҫ” фольклор ансамбленең концертын ҡараны.
Делегация ағзалары Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, “Аҡбуҙат” ипподромы, электрохимия станоктары етештергән “ЕСМ” предприятиеһы, “Алексеевка” совхозы менән танышты.
Бөгөн Венгрия вәкилдәрен “Красноусол” шифаханаһында көтәләр.
Ғ. ХӘБИРОВ.