Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев ғүмеренең һуңғы 25 йылын Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә ыҙа сигеп уҙғарған. Ҡаһармандың эҙҙәре был ергә мәңгелеккә уйылып ҡалғандай. Беҙҙең Салауат Палдиски халҡы өсөн дә ҡәҙерле. Батырҙың үлемһеҙ даны ике төбәк араһындағы дуҫлыҡты тағы ла нығыта.
Уҙған аҙнала Башҡортостанда Эстонияның Палдиски ҡалаһынан рәсми делегация булып ҡайтты. Тәүҙә улар Өфө, Салауат ҡалалары менән танышты. Баш ҡалала ике төбәк араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә арналған һөйләшеүҙәр үткәрелде. Эшҡыуарлыҡ, туризмға айырыуса ҙур иғтибар бирелде.
Эстон дуҫтарыбыҙҙы батырҙың тыуған төйәгендә лә хөрмәтләп ҡаршы алдылар. Ҡунаҡтар милли геройыбыҙҙың бюсына, Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскә һалды, музейҙарҙа, күргәҙмәләрҙә булды, иҫтәлеккә ағас ултыртты. Республика көнөнә арналған тантанала ла ҡатнашты улар. Делегация етәксеһе Каупо Каллас үҙ сығышында Салауат Юлаевтың тыуған ерен күреү шатлығын, башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығына, ихласлығына һоҡланыуын белдерҙе. Алтын туйын билдәләгән өлкәндәрҙе, сабыйҙары тыуған парҙарҙы ҡотлау, йәш ғаиләләргә торлаҡ таныҡлыҡтарын тапшырыу тантананы тағы ла йәмләндерҙе.
Артабан район хакимиәтендә Палдиски ҡалаһы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында кәңәшмә үткәрелде. Каупо Калластың һүҙҙәренсә, Эстонияның иң ҙур ҡалаларының береһе булған Палдискиҙа киләсәктә ҡала музейы төҙөләсәк, унда Салауат Юлаевҡа арналған экспозиция булдырыу ҙа күҙаллана. Әле унда милли батырыбыҙға һәйкәл, уның исемендәге сквер һәм урам бар.
— Салауат районы менән Палдиски ҡалаһы араһындағы килешеү туризм буйынса программаларҙы бойомға ашырырға булышлыҡ итәсәк, — тине район хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов. — Хеҙмәттәшлектең иҡтисади үҫешкә лә йоғонтоһо ҙур буласаҡ.
Килешеүгә ҡул ҡуйылды, ике аралағы бәйләнешкә ышаныслы аҙым яһалды.
Айҙар НОҒАМАНОВ.
Салауат районы.