Һәр ваҡыттағыса халыҡ әүҙем16.10.2012
14 октябрҙә уҙған һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре иғлан ителде. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, тауыш биреүҙә 1 миллион 252 мең 446 кеше, йәғни һайлау исемлегенә индерелгәндәрҙең 77,2 проценты, ҡатнашҡан. Райондарҙың барыһында ла тиерлек сәйәси әүҙемлек күҙәтелгән, был йәһәттән күрһәткесте 90 проценттан арттырған Тәтешле, Йәрмәкәй, Баҡалы, Илеш, Саҡмағош, Федоровка, Благовар, Нуриман, Ауырғазы халҡын айырым билдәләргә мөмкин.

Мәғлүм булыуынса, республикала урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлауҙы 54 территориаль комиссия һәм улар ҡарамағында ойошторолған 2 мең 753 участка комиссияһы үткәрҙе. Йәмғеһе 1115 мандат өсөн дәғүәләшкән кандидаттарҙың яртыһынан күбеһе сәйәси партиялар тарафынан тәҡдим ителгәйне. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә "Берҙәм Рәсәй"гә — 898, Коммунистар партияһына — 32, "Ғәҙел Рәсәй"гә — 18, "Рәсәй патриоттары"на — 8, Либераль-демократик партияға — дүрт, Пенсионерҙар партияһына бер мандат тәтене, шулай уҡ үҙ-үҙен тәҡдим иткәндәрҙең 154-е депутатлыҡ вәкәләттәре алды.


Вернуться назад