Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре менән осрашты.
— Мин һеҙҙең менән танышып, Башҡортостандағы проблемалар хаҡында һөйләшергә теләйем, — тине республика етәксеһе. — Беҙгә бергәләп эшләргә кәрәк. Һуңғы ваҡытта Дәүләт Думаһында һәм Рәсәй власы кимәлендә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы яңы сәйәси партиялар ойоштороу эше башланды. Әле Юстиция министрлығына 200-ҙән ашыу ғариза ебәрелгән. Башҡортостанда ғына 23 төбәк бүлексәһе теркәлгән. Идеологик киңлек тулылана. Бер яҡтан, әлбиттә, был — яҡшы, сөнки күп төрлөлөк барлыҡҡа килә. Икенсе яҡтан, власта торған һәр партия ғәмәлдәге мөмкинлектәрҙән сығып эш итә.
Үҙемдең эшмәкәрлегемдә мин дә айыҡ аҡылға, булған мөмкинлеккә таянам, сөнки ниндәй генә манифест яҙма, бөгөнгө ысынбарлыҡтан ситкә китеп булмай. Тимәк, ниндәй генә партия ағзаһы булһаң да, сәйәси фекерҙе сағылдырһаң да, бөгөн беҙ хәл иткән мәсьәләләр менән шөғөлләнәсәкһең.
Республика башлығы, төбәктә асыҡ сәйәсәт үткәрелә, тип билдәләне.
— Ғәмәлдәге власҡа ҡаршы кешеләр бар, был — тәбиғи. Мин быға тыныс ҡарайым. Һәр кемгә власҡа килеп, тейешле үҙгәрештәргә булышлыҡ итеү мөмкинлеге бирелергә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.