Башҡортостан буйынса эске эштәр министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Александр Попов ҡатнашлығында үткән осрашыуҙа һайлау кампаниялары осоронда һәм иртәгә уҙғарыласаҡ тауыш биреү көнөндә үҙ-ара эш итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Алтынова: “Эске эштәр министрлығы — илебеҙҙәге иң мөһим һәм йылдам эш итеүсе хеҙмәттәрҙең береһе, ул көн һайын кешеләргә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә”, — тип билдәләне.
— Полиция хеҙмәткәрҙәре һайлау көндәрендә төп һәм ышаныслы партнерҙарыбыҙҙың береһе. Территориаль һайлау комиссиялары менән хоҡуҡ һаҡлаусылар тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Һайлау алдынан, шулай уҡ тауыш биреү көнөндә хәүефһеҙлекте һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү — мөһим бурыс, — тине комиссия рәйесе урынбаҫары.
Үҙенең сығышында ул 14 октябрҙәге һайлауға әҙерлек барышы хаҡында һөйләне, бурыстар менән таныштырҙы.
Уртаҡ тырышлыҡ менән һайлау законға ярашлы үткәрелер, тигән өмөт белдерелде.
А. ХӘЛИЛОВ.