Йыл һайын “ямарға” тура килмәҫ12.10.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала автомобиль юлы инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда Өфө —аэропорт юлын төҙөкләндереү һөҙөмтәләре, шулай уҡ төбәктә юл буйы сервисын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

— Быйыл Өфө — аэропорт юлын яңыртыуға, капиталь ремонтлауға ҙур иғтибар бирҙек. Һөҙөмтә ҡыуандырҙы. Бынан ары йыл һайын юл соҡорҙарын “ямарға” тура килмәҫ, тип ышанам. Юл япмаһының сифат сертификаттарын ҡарап сыҡтым. Ошондай объекттарға ҡуйылған талаптар үтәлгән. Әммә барыһын да ваҡыт күрһәтер, — тине Президент.
Республика башлығының фекеренсә, әлегә тиклем юл төҙөлөшө коррупция йоғонтоһона ныҡлы бирелгән эшмәкәрлек өлкәһе тип иҫәпләнә ине. Шуға күрә был эштә сифатҡа һәм хаҡҡа ныҡлы иғтибар бирергә кәрәк. Ресурстарҙың сығымы йәһәтенән дә асыҡлыҡ, билдәлелек принциптарының үтәлеүе зарур.
— Быйыл Өфө — Белорет, Борай — Иҫке Балтас — Ҡуйыҙа юлдарын да төҙөкләндереү бурысы тора. Ошо маҡсатта 8 миллиард һумға яҡын аҡса үҙләштереләсәк. Киләһе йыл уны 10-11 миллиардҡа еткереү күҙаллана. Был аҡсаны бәрәкәтле файҙаланырға кәрәк. Шулай уҡ райондарҙағы, ауылдарҙағы юлдарҙы төҙөкләндереү ҙә талап ителә, — тине Рөстәм Хәмитов.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад