Юрист кәңәштәре12.10.2012
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә
(272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Һеҙ түләргә тейеш түгел

— Магазинда кәштәлә торған шешәне яңылыш төшөрөп ваттым. Һатыусы минән тауар өсөн аҡса түләүҙе талап итте. Бындай осраҡта үҙеңде нисек тоторға кәрәк? Түләргә тейеш түгелмен тип ишеткәйнем, быны дәлилләү өсөн ниндәй норматив акттарға таянырға?
Закир, Яңауыл ҡалаһы.


— Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ кодексының 211-се статьяһына ярашлы, һатып алыусы аҡсаһын түләп алғанға тиклем магазин биләмәһендәге тауар магазиндың милке булып һанала. Тауарға магазинда саҡта зыян килгән осраҡта, был милектең яңылыш әрәм булыуы тип иҫәпләнә. Шулай итеп, һатып алғанға тиклем яуаплылыҡ тауарҙың хужаһы, йәғни магазин өҫтөндә. (Әгәр башҡа осраҡтар закон йәки махсус килешеү менән ҡаралмаһа). Магазин һатыусылары һеҙҙән аҡса һорарға тейеш түгел.

Көтөргә тура киләсәк

— Музыкаль үҙәк һатып алғайным, гарантия срогы осоронда ул ватылды. Киренән магазинға алып барҙым. Һатыусы уны яңыһына бер ай эсендә алмаштырырға ризалашты. Мин бер ай буйы көтөргә тейеш булып сығаммы? Һатып алыусы булараҡ ниндәй хоҡуҡтарым бар?
Лилиә, Дүртөйлө ҡалаһы.


— “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Закондың 21-се статьяһында етешһеҙлеге булған тауарҙы алмаштырыу тураһында яҙылған. Уға ярашлы, тауарҙы алмаштырыу ваҡыты билдәләнгән. Алмаштырыу тураһындағы талабығыҙ тауарҙы килтергән көндән алып иҫәпләнә башлай. Был тәңгәлдә бер нисә осраҡ ҡаралған:
— әгәр кәрәкле тауар һатыуҙа бар икән, уны һеҙгә ете көн эсендә алмаштырырға тейештәр;
— тауарҙың сифатын өҫтәлмә рәүештә тикшерергә кәрәк булһа, 20 көн ваҡыт талап ителә;
— һеҙгә кәрәк тауар һатыуҙа булмай сыҡһа, уны алмаштырыу өсөн 30 көн көтөргә тура киләсәк.
Шулай булғас, күреүегеҙсә, тауарҙы алмаштырыу өсөн иң күбе бер ай ваҡыт талап ителә. Шуныһын да иҫегеҙҙә тотоғоҙ: музыкаль үҙәкте алмаштырғандан һуң, уның гарантия срогы яңынан иҫәпләнә башларға тейеш.


Вернуться назад