Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит менән осрашты. Ул Өфөгә киләһе йылдың февраль-мартында спорт ярыштары үтәсәк объекттарҙы ҡарау өсөн килгән.
Башҡортостан Президенты Ричард Смитҡа әҙерлек эштәренә бәйле бөтә мәсьәләләрҙең дә хәл ителеүе хаҡында белдерҙе.
— Беҙҙә бөтәһе лә планға ярашлы бара, ҡыйынлыҡ тыуҙырған мәсьәләләр юҡ, тиҙҙән ярыштарҙы үткәреүгә тулыһынса әҙер буласаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ричард Смит Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итеүгә әҙерлек кимәлен юғары баһаланы һәм һөҙөмтәле эшләгән төбәк дирекцияһын ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Әҙерлек барышына ҙур иғтибар күрһәтеүегеҙ уның тотош республика өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын дәлилләй. Эшегеҙҙең уң булырына ышанам, — тине Ричард Смит.
Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары донъяның төрлө илдәрендәге 24 ҡаланың ярыштарҙа ҡатнашырға теләк белдереүе, әле егермегә яҡынының тәҡдимде ҡарауы һәм яҡын арала уларҙан яуап алынасағы хаҡында хәбәр итте. Ричард Смит әйтеүенсә, уйындарҙа 600-700 самаһы кеше ҡатнашасаҡ.
А. ХӘЛИЛОВ.