Ил төбәктәрендә Рәсәйҙең дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы проектын тикшереү бара. Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ла ошо йүнәлештә фекер алышыу булды. Унда республиканың дәүләт власы органдары, юғары уҡыу йорттарының абруйлы ғалимдары ҡатнашты.
Республика Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов үҙ сығышында Рәсәйҙең дә, Башҡортостандың да күп милләтле һәм күп динле икәнлеген билдәләп, ил башлығы Владимир Путиндың: “Милли сәйәсәт мәсьәләләре шаршау артында хәл ителергә тейеш түгел”, — тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө. Уның белдереүенсә, республикала милли сәйәсәт концепцияһы күптән әҙер, әммә уны ғәмәлгә индерер алдынан Рәсәй әһәмиәтендәге стратегияны ҡабул итергә кәрәк.
Артабан проектҡа бәйле фекерҙәр, тәҡдимдәр тыңланды. Философия фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллиндың әйтеүенсә, стратегия проектын ҡабул иткән саҡта ил төбәктәренән төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашырға тейеш, юғиһә йыш ҡына юғары кимәлдәге ҡарарҙар бер яҡлы килеп сыға. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығын тарих фәндәре докторы Марат Ҡолшәрипов та раҫланы. “Беҙгә “Рәсәй милләте” тигән төшөнсәне көсләп тағыуҙары тойола. Шулай уҡ әлеге документта милли республикалар тураһында бер һүҙ ҙә юҡ”, — тине ул.
“Стратегия үҙенең маҡсатына тура килеп етмәй, — тине тарих фәндәре докторы Әхтәр Боҫҡонов. — “Күп халыҡлы Рәсәй милләте” төшөнсәһе милләттәрҙең статусын түбәнәйтә, уларҙы этнос хәленә төшөрә. Беҙҙәге Федерацияның нигеҙен тап милли республикалар һалғанлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ”. Философия фәндәре кандидаты Рим Вәлиәхмәтов иһә стратегияла тел сәйәсәте хаҡында һүҙ булмауын, милләттәрҙе үҫтереү маҡсаты ҡуйылмауын билдәләне.
М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалы директоры, тарих фәндәре кандидаты Василий Бабенко үҙ сығышын ыңғай фекерҙән башланы. “Ниһайәт, илдә милли сәйәсәт стратегияһы буласаҡ. Был ваҡиғаны ун биш йыл буйы көткәйнек, — тине ул. — Ләкин һаман да, СССР һәм АҠШ тәжрибәһенең уңышһыҙ булыуын онотоп, бер үк тырмаға баҫабыҙ: ваҡ милләттәрҙе бөтөрөп, уларҙы уҡмаштырырға тырышабыҙ. Әгәр беҙҙә күп милләтлелек инҡар ителһә, элекке союздаш республикаларҙа урыҫтарҙы ла “йоторға” ынтылыусылар күбәйәсәк. Был ҙур ыҙғыш менән янай. Документта милли мәҙәниәттәрҙе, телдәрҙе һаҡлау гарантияһы хаҡында ләм-мим. Күрәһең, стратегия Мәскәүҙәге “Баҡса ҡулсаһы” сиктәренән сыҡмай ғына төҙөлгән. Унда ҡатмарлы һәм шик тыуҙырыусы һөйләмдәр күп”.
Тарих фәндәре докторы Марат Ямалов та стратегия тексын бик ентекле һәм һаҡ уҡырға кәрәклеген билдәләне. “Был документты “Рәсәй милләтен булдырыу буйынса күрһәтмә” тип атаһаң да була. Халыҡтар унда хоҡуҡ субъекты булараҡ ҡаралмаған кеүек, — тине ул. — Әле илебеҙҙә сәйәси, мәҙәни, фәнни эшмәкәрлек йәһәтенән берҙәмлек нығынмаған, иҡтисади көрсөк тә ишек ҡаға. Шундай шарттарҙа милли мәсьәләләрҙе ҡуйыртыу хәлде ҡырҡа ҡатмарлаштырасаҡ ҡына”.
Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар милли сәйәсәт стратегияһының эшләп еткерелмәүен белдерҙе. Уларҙың тәҡдимдәре Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса советтың эш төркөмөнә ебәреләсәк.
Я. УСМАНОВ.