Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Төркиә Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы Сабри Тунч Ангылын менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Константин Толкачев ҡунаҡты юғары дәүләт вазифаһына тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм ике ил файҙаһына уңышлы эшләүен теләне. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе шулай уҡ парламент-ара, иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек, ошо өлкәләрҙәге мөмкинлектәр хаҡында һөйләне. Республикала уңайлы инвестиция шарттары булдырыуҙың нигеҙен тәшкил иткән ҡануниәт системаһын айырым билдәләп үтте.
Генераль консул төҙөлөш өлкәһендә, сауҙа үҙәктәре, ҡунаҡханалар һалыу, уларҙы артабан файҙаланыу буйынса хеҙмәттәшлек хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты. 2015 йылда Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС саммиттары алдынан был мәсьәләләр айырыуса әһәмиәткә эйә. Генераль консулдың фекеренсә, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған: виза ҡаршылыҡтары бөтөрөлгән, Өфө менән Истанбул араһында даими авиарейстар булдырылған.
Яҡтар шулай уҡ Өфөлә Төркиә Республикаһының даими вәкиллеген ойоштороу мөмкинлеген, мәҙәниәт һәм дин өлкәһендәге үҙ-ара бәйләнештәрҙе тикшерҙе.
Ғ. ХӘБИРОВ.