Өфөлә ҡунаҡханалар етешмәй. Был проблема электән үк көнүҙәк ине. Хәҙер баш ҡалабыҙ донъя кимәлендәге саммиттар һәм спорт ярыштарын үткәрергә әҙерләнә башлау менән мәсьәлә тағы ла ҡырҡыулаша төштө.
Билдәле булыуынса, быйыл ҡыш Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты, балаларҙың VI Ҡышҡы уйындары уҙасаҡ. Унда 700-800 самаһы кешенең ҡатнашыуы көтөлә. 2015 йылда иһә баш ҡалабыҙ ШОС һәм БРИКС саммиттарын ҡабул итергә йыйына. Ҡунаҡтарҙың һаны 6 меңдән ашыу тәшкил итәсәк. Шуға ҡунаҡханаларҙың да тейешле кимәлдә әҙер булыуы шарт. Әле Өфөлә 47 ҡунаҡхана бар, ләкин уларҙың туғыҙы ғына талаптарға яуап бирерлек. Волга буйы федераль округында ҡунаҡханалар менән тәьмин ителеү буйынса беҙ һигеҙенсе урында, ә был уртаса Рәсәй күрһәткесенән түбән. Башҡортостанда сит ил операторҙары бөтөнләй юҡ, Рәсәйҙекенән “Азимут-отель” менән “Амакс-турист” ҡына бар. “Башҡортостан” һәм “Президент-отель” ҡунаҡханалары ғына юғары кимәлдә ҡунаҡтар ҡаршыларға һәләтле.
— Беҙҙә “биш йондоҙло” ҡунаҡханалар бөтөнләй юҡ. “Дүрт йондоҙло”һо ла бер-икәү генә. Тиҙ арала яңыларын һалырға, булғандарын төҙөкләндерергә кәрәк. Сит ил операторҙарын йәлеп итеү, брендлы ҡунаҡханалар төҙөү ҙә зарур, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
Ултырышта ҡала хакимиәте вәкилдәре, ҡунаҡхана тармағында эшләүселәр менән эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов бөгөндән төҙөлөш башларға мөмкин булған ҡыҙыҡлы проекттар менән таныштырҙы.
— Һуңғы йылдарҙа ғына 39 проектҡа ҡала төҙөлөшө буйынса һығымта алынған, әммә бөгөнгәсә уларҙың береһе лә тормошҡа ашырылмаған. Беҙ булған проекттарҙы ҡараныҡ, анализ яһаныҡ һәм яҡын арала эш башларлыҡ унауһын тәҡдим итмәксебеҙ, — тине ул.
Проекттағы ҡунаҡханаларҙың барыһы ла тиерлек ҡала үҙәгендә урынлашасаҡ. Мәҫәлән, улар Ҡунаҡһарай, Конгресс-холл, “Аҡбуҙат” ипподромы, “Өфө уттары” комплексы, “УралСиб” банкыһының төп офисы янында, Цюрупа, Зәки Вәлиди һәм башҡа урамдарҙа буласаҡ тип күҙаллана. Уларҙың эргәһендә бизнес-үҙәктәр, офистар булдырыу ҙа ҡаралған. Операторҙарҙың күбеһе сит илдәрҙән булыр тип көтөлә.
Ә. ӘЙҮПОВА.