Рәсәй өсөн үҙенсәлекле проект09.10.2012
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Корея Республикаһындағы Университет белеме советының генераль секретары Дэ Джун Хван менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда Башҡортостан вуздарында дистанцияла уҡытыу буйынса заманса технологиялар нигеҙендә белем биреү курстары ойоштороу мөмкинлеге тикшерелде.

Осрашыуҙа шулай уҡ республикала “Электрон университеты консорциумы”н ойоштороу, белем биреү ресурстарын һәм ҡорамалдарын берлектә файҙаланыу өсөн уға юғары уҡыу йорттарын һәм ғилми ойошмаларҙы индереү хаҡында һүҙ барҙы.
Рөстәм Хәмитов һанлы технологиялар өлкәһендә Корея менән хеҙмәттәшлек булдырыуҙы хупланы. Президент, Башҡортостанда электрон уҡытыу системаһын үҫтереү өсөн шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә бар, тип билдәләне.
— Беҙҙәге урта мәктәптәрҙә 400 меңдән ашыу һәм университеттарҙа, махсус белем биреү учреждениеларында 200 меңгә яҡын бала уҡый. Өфөлә ҙур һәм әһәмиәтле уҡыу йорттары урынлашҡан. Беҙ дистанцияла электрон уҡытыу селтәрен үҫтереү яҡлыбыҙ. Бының өсөн мөмкинлек һәм теләк, көслө университеттар, сәнәғәттең, ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында эшләгән компетентлы кешеләр бар. Ошо белем биреү проекттарын үҫтереү йәһәтенән төбәктә закондар базаһын төҙөй алабыҙ. Эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу, уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсатында мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Дэ Джун Хван электрон уҡытыу технологияһы менән таныштырҙы, Кореялағы мәғариф өлкәһендә уны ҡулланыу алымы хаҡында һөйләне, шулай уҡ ошондай проектты тормошҡа ашырыуҙа бөтә яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.
— Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Рәсәй өсөн үҙенсәлекле проект төҙөй алырбыҙ, тип ышанам, — тине Дэ Джун Хван.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад