Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Әминә Шафиҡованы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләне.
Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова 1974 йылда Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын, Ҡазан дәүләт консерваторияһын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, доцент, Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында баш белгес, баш консультант булып эшләй. 2008–2010 йылдарҙа — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы проректоры, 2010 йылдан алып әлегә тиклем академия ректоры була.
Әминә Шафиҡова — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.
Ә. СУРИНА.