Иң мөһиме — ҡарарҙы йылдам ҡабул итеү05.10.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов граждандар оборонаһы буйынса дөйөм милли күнекмәгә арналған видеоконференцияла ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.

Кәңәшмә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Көрсөк хәленә идара итеү милли үҙәгендә булды. Санкт-Петербург, Силәбе һәм Тула өлкәләре, Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы менән тура бәйләнеш ойошторолдо.
Дмитрий Медведев, кәңәшмәне асып, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын граждандар оборонаһының 80 йыллығы менән ҡотланы һәм бөгөнгө уҡыуҙарҙың маҡсаты — “ғәҙәттән тыш хәл шарттарында эшләгән идара итеү структураларының әҙерлеген тикшереү”, тип билдәләне.
Хөкүмәт Рәйесе бәлә-ҡазалар хаҡында мәғлүмәт биреү йылдамлығы министрлыҡтың ошондай үҙәктәре эшенә бәйле булыуы хаҡында һөйләне.
— Иң мөһиме — ҡарар ҡабул итеүҙең тиҙлеге. Был хәл-ваҡиғаларға йоғонто яһау, бәләгә тарыған кешеләргә тиҙ арала ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген арттыра, — тине Дмитрий Медведев. Артабан ул Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан граждандар оборонаһын үҫтереү буйынса махсус программа әҙерләнеүе хаҡында белдерҙе.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад