Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Ҡағиҙәне аныҡ үтәгеҙ — Күптән түгел водитель танытмаһы алдым, атай-әсәйем бүләк иткән автомобилем дә бар. Бығаса үҙемдең рулдә йөрөгәнем булмағас, кәңәш һорарға ине. Әгәр мин юл-транспорт осрағына тарыһам, тәү сиратта нимә эшләргә һәм, ғөмүмән, үҙемде нисек тоторға тейешмен?
Әлиә, Өфө ҡалаһы.
— Һаумыһығыҙ, Әлиә! Танытма алыуығыҙ менән ҡотлайым, тик юлда бик һаҡ булыуығыҙҙы һорайым. Әгәр һеҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыһағыҙ:
— шунда уҡ автомобилегеҙҙе туҡтатығыҙ һәм шул урындан бер ҡайҙа ла китмәгеҙ;
— авария сигнализацияһын тоҡандырығыҙ, шунан авария билдәһен йәки янып торған ҡыҙыл фонарь ҡуйығыҙ. Уның араһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә, әммә тораҡ пункттарға транспортығыҙ — 20, унан ситтә 40 метрҙан да яҡыныраҡ булырға тейеш түгел;
— юл-транспорт осрағына мөнәсәбәте булған транспортты һәм әйберҙәрҙе урынынан ҡуҙғатмағыҙ.
Хәҙер был ҡағиҙәләр тураһында ентекләберәк. Юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған саҡта автомобилегеҙҙе туҡтатырға бурыслыһығыҙ. Әгәр быны эшләмәһәгеҙ йәки фажиғә урынын ҡалдырып китһәгеҙ, һеҙҙе административ йәки енәйәт яуаплылығына тарттырасаҡтар. Язаның күләме килтерелгән зыянды һәм уның эҙемтәләрен иҫәпләгәндән һуң баһаланасаҡ.
Үҙ ихтыярынан тыш туҡтағанын водитель башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға белдерергә тейеш. Бындай мәғлүмәттең булмауы юлда тығын барлыҡҡа килтереүе йәки башҡа юл-транспорт осрағына тарытыуы ихтимал.
Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлауҙа транспорттың һәм аварияға сәбәпсе булған әйберҙәрҙең торошон күреү мөһим. Был дөрөҫ һығымта яһауға ярҙам итәсәк. Юлдарығыҙ имен булһын!
Алмаштырмайҙар— Магазиндан хушбый һатып алдым. Тик уның урынына яңылыш туалет һыуы биргәндәр. Чегым бар, тауарҙың ҡабы ла асылмаған. Икенсе көндө кире барып уны алмаштырырға теләнем. Әммә һатыусылар баш тартты, имеш, тауар алмаштырылмай һәм кире ҡабул ителмәй. Улар хаҡлымы? Мин бит һауытты асып та ҡараманым...
Зифа, Яңауыл ҡалаһы.
— Эйе, Зифа, улар хаҡлы. Ни өсөн тигәндә, сифатлы косметика һәм парфюмерия алмаштырылырға һәм кире ҡайтарылырға тейеш түгел. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһының 55-се ҡарарында (19.01.1998) яҙылған. Бындай тауарҙарҙы етештереүҙә етешһеҙлек асыҡланған саҡта ғына алмаштырып йәки кире ҡайтарып була.