Рөстәм ХӘМИТОВ: “Һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен”04.10.2012
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен”Санкт-Петербург ҡалаһында V Халыҡ-ара инновация форумы сиктәрендә ойошторолған “Рәсәйҙең иң яҡшы инновация төбәге” конкурсында Башҡортостан командаһы өсөнсө урын яулағайны. Кисә еңеүселәр менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов осрашты һәм проект, уның киләсәге тураһында ентекле һөйләшеү булды.

Конкурста һәр команда үҙ төбәгенең инновация мөмкинлектәре менән таныштырҙы, беҙҙекеләр “Башҡортостан Республикаһының күп функциялы ғилми-инновация үҙәге” проектын тәҡдим итте. Ул Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Стратегик инициативалар агентлығында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан, яҡын арала проект төбәк үҫешенең федераль программаһына ла индерелергә тәҡдим ителәсәк.
— Еңеү менән ҡотлайым. Бындай кимәлдәге абруйлы конкурста өсөнсө урын яулау — ҙур мәртәбә. Һеҙҙең проект эксперттар араһында ғына түгел, ә илдең Иҡтисади үҫеш министрлығының да ҡыҙыҡһыныуын уятты. Мин һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен, — тине Рөстәм Зәки улы.
Әлеге проект республиканың Фәндәр академияһы башланғысы менән булдырылған. Академия президенты Рәмил Бәхтизин әйтеүенсә, ул 2015 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Ул шулай уҡ Академияның киләсәккә пландары, мөмкинлектәре, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын күтәреү, Өфөлә Фән йорто төҙөү идеяһы, фәнгә ярҙам итеү өсөн булдырылған фонд һәм башҡалар тураһында һөйләне.
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен”Бәйгелә еңеп сыҡҡан проекттың асылы менән Башҡортостандың территориаль инновация үҙәге директоры Артур Богданов таныштырҙы. Республикала күп функциялы ғилми-инновация үҙәге булдырыу тармаҡты берләштереү, шуның менән уның файҙалылығын арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
— Бөгөн бер нисә мөһим йүнәлеш тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, республика сәнәғәт предприятиеларының субконтракция һәм инновация буйынса онлайн-үҙәген булдырыу. Шулай уҡ был күп функциялы үҙәк нигеҙендә Маркетинг ярҙамы, Проекттарҙы коммерциализациялау һәм Интеллектуаль милекте һаҡлау үҙәктәре эшләйәсәк, — тине Артур Богданов.
Быларҙың барыһын да берләштереү, үҙәктәрҙе айырым-айырым “аҫрау” өсөн ҡаралған бюджет аҡсаларын экономияласаҡ. Бынан ары Башҡортостандың территориаль инновация үҙәге республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы менән берлектә инновация проекттары реестрын яңыртасаҡ.
— Әле республикала яҡынса 200 инновация проекты бар тип иҫәпләнә. Әммә ысынбарлыҡта уларҙың унауһы ғына эшләй. Беҙ уларҙың барыһын да тикшерәсәкбеҙ, уңышлы эшләй алырлыҡтарын айырып алып ярҙам итәсәкбеҙ, — тине Артур Богданов.
Үҙәктең тағы бер маҡсаты — инновация идеяларын иң баштан уҡ үҫтереү. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, улар тырыш балаларҙы төрлө конкурстар һәм ғилми ярыштар һөҙөмтәһе буйынса мәктәптән үк асыҡлаясаҡ, артабан студенттар менән әүҙем эш һәм уларға ярҙам ҡаралған. Тимәк, йәш ғалимдарҙы үҙҙәре тәрбиәләйәсәк. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре лә ошо үҙәккә берләшәсәк һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйәсәк. Дөйөм алғанда, республикала бындай күп функциялы үҙәк булдырыу — үтә ҙур проект.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад