Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының Мәғлүмәт үҙәгенә 10 йыл тулды.
— Асылы буйынса был үҙәк — күп йүнәлешле ғәйәт киң һайлау системаһының йөрәге ул. Һайлау кампанияларына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү осорондағы барлыҡ мәғлүмәт ошонда ағыла, — тине, система администраторҙарын ҡотлап, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. — Ҡатмарлы көндәлек бурыстарҙы йылдам үтәү, ваҡиғаларҙы күҙәтеү өсөн белем, тәжрибә, зирәклек, үҙ эшеңдең оҫтаһы булыу кәрәк.
Уҙған тиҫтә йылда Мәғлүмәт үҙәге 264 һайлау кампанияһын үткәргән. Шуларҙың алтауһы — федераль, 14-е — төбәк кимәлендәге һайлау, 8-е — Өфөлә, 275-е — муниципаль райондарҙа, 23-ө — ҡалала, 2317-һе ауыл биләмәһендә уҙғарылған. Система һәр ваҡыт эҙмә-эҙлекле, һөҙөмтәле эшмәкәрлекте тормошҡа ашырҙы. Тап система администраторҙары участка һайлау комиссиялары ағзаларының эшен тиҙләтеүҙә һәм еңеләйтеүҙә, тауыш биреүгә йомғаҡ яһауҙа, һайлаусыларға техник яңылыҡтарҙы үҙләштереүҙә ярҙам күрһәтте.
— Республикалағы барлыҡ система администраторҙарын берләштергән Мәғлүмәт үҙәгенә, әлегә бик йәш булыуына ҡарамаҫтан, ғәйәт ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә, — тине Хәйҙәр Вәлиев.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе үҙәк хеҙмәткәрҙәренә ихлас ҡотлауҙарын еткерҙе, тырыш хеҙмәт, һайлаған эшкә тоғролоҡ өсөн рәхмәт белдерҙе.
М. ЯҠУПОВА.