Камералар ихтыяждан мәхрүмме?04.10.2012
— Партияларҙың әүҙемләшеүе — илдәге бөгөнгө сәйәси тормоштоң төп һыҙаты, — тине Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев матбуғат конференцияһында. — Был беҙҙең төбәктәге һайлау кампанияһында ла асыҡ сағыла: депутат мандаттары өсөн ун партия көрәшә.

Республикала муниципаль кимәлдәге һайлауҙа ҡатнашыусы кандидаттарҙың күпселеген — 1799 кешене — тап сәйәси партиялар тәҡдим иткән. Улар араһынан 1113-ө "Берҙәм Рәсәй" ағзаһы булһа, Коммунистар партияһынан — 348, "Ғәҙел Рәсәй"ҙән — 222, Либераль-демократик партиянан 91 кеше мандатҡа дәғүәләшә. Ҡалған 25 кандидат иһә — "Рәсәй патриоттары", "Яблоко", "Аҡыллы Рәсәй","Йәшелдәр альянсы — Халыҡ партияһы", "Рәсәй пенсионерҙары” партияһы, "Йәшелдәр" Рәсәй экологик партияһы ағзалары. Ҡайһы бер райондарҙа бер мандатҡа дүрт дәғүәсе тура килә. Хәйҙәр Арыҫлан улының һүҙҙәренсә, әлеге һандар ауыл халҡының урындағы үҙидара органдарына һайлауға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы ҙур икәнлеген дәлилләй. 14 октябрҙә тауыш биреү әүҙемлеге элеккесә юғары булыр тип көтәбеҙ, тине ул.
Комиссия рәйесе әйтеүенсә, теркәлгән кандидаттарҙың яртыһы тиерлек төрлө ойошмала етәксе йәки уның урынбаҫары вазифаһын биләй. Араларында шулай уҡ эшҡыуарҙар (4,5 процент), эшселәр (8,4 процент), пенсионерҙар (5 процентҡа яҡын), ваҡытлыса мәшғүл булмағандар (4,41 процент) бар. Һәр унынсы кандидат 30 йәшкә етмәгән, шул иҫәптән берәүһенең әле 18-е генә тулған.
Тауыш биреүҙе ойоштороу маҡсатында республикала 2 748 участка һайлау комиссияһы булдырылған, уларҙа 16 970 кеше эшләй. Һайлау бюллетендәрен эшкәртеүсе 108 (һәр районға икешәр) комплекс ҡулланыласаҡ. Ә бына веб-камераларҙы файҙаланыу мәсьәләһе хәл ителмәгән, сөнки улар федераль милеккә ҡарай һәм видеокүҙәтеүгә сығымды губернаторҙар, закон сығарыу органы депутаттары һайланған төбәктәргә генә бүлеүҙәре ихтимал.
Ә. САФИН.


Вернуться назад