Туймазыла өй туйлайҙар04.10.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Туймазы ауылының 100 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты.

Республика башлығы Әгертамаҡ биҫтәһендәге балалар баҡсаһын ҡараны. Әле биҫтәлә торлаҡ төҙөлөшө, шул иҫәптән йәштәр программалары буйынса төҙөлөш әүҙем бара. Балалар баҡсаһы дәүләт-шәхси партнерлығы шарттарында һалынған тәүге объект булды. Ул 110 урынға иҫәпләнә. Хаҡы — 66 миллион һум. Мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһында медицина һәм музыка, спорт бүлмәләре бар. Балалар баҡсаһы хакимиәтендә Рөстәм Хәмитовҡа төҙөлөш эшенең күптән түгел генә тамамланыуы хаҡында һөйләнеләр. Башҡортостан Президенты эш бүлмәләрен, төркөмдәрҙе ҡарап сыҡты, шулай уҡ бындағы һыу сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, ул нормаға тап килә. Туймазыла Рөстәм Хәмитов барған тағы ла бер объект “2011–2015 йылдарҙа районда торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙе дәртләндереү” айырым маҡсатлы программаһына ярашлы һалынған торлаҡ йорт булды. Бында етем балалар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, йәш ғаиләләр йәшәйәсәк. Төҙөлөштөң хаҡы 43 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
Программаға ярашлы, ҡалала яҡын арала тағы ла дүрт йорт һалыу күҙаллана. Бөтәһе 2024 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора.
Башҡортостан Президенты фатир хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Уға ентекле мәғлүмәт тәҡдим иттеләр, торлаҡты арзанайтыу юлдары хаҡында һөйләнеләр.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад