Ҡалтасы район Советы депутатлығына 57 кандидат теркәлгән. Шуларҙың 15-е — “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан, ҡалған 42-һе — үҙ-үҙен тәҡдим итеүселәр. Улар 15 депутат мандаты өсөн көрәшәсәк.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, райондағы һайлаусылар исемлегенә 21 мең самаһы кеше индерелгән. Улар өсөн 37 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Красный Холм һәм Оло Ҡасаҡ ауылдарындағы ике участкала бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары ҡуйыласаҡ. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Татьяна Махнурова әйтеүенсә, быйылғы һайлау кампанияһы әүәлгеләренән кандидаттарҙың да, һайлаусыларҙың да юғары әүҙемлеге менән айырыла.
— Районыбыҙҙа бер мандатҡа уртаса дүрт кандидат дәғүә итә, — ти комиссия рәйесе. — Улар һайлау алды сараларын, шул иҫәптән һайлаусылар менән осрашыуҙарҙы әүҙем үткәрә. Халыҡ та һайлауға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә, ауылдарҙың социаль-иҡтисади именлеге өсөн уның әһәмиәтен яҡшы аңлай.
Ҡалтасы районында һайлау осоронда физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән дә эш яйға һалынған.
— Был көндө мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән эшләүгә социаль хеҙмәткәрҙәрҙе, шулай уҡ йәштәр араһынан волонтерҙарҙы йәлеп итәбеҙ. Сөнки һәр кеше үҙенең гражданлыҡ хоҡуғынан файҙаланырға тейеш, — ти Татьяна Махнурова.
Л. ДӘҮЛИЕВА.