Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумының кисәге ултырышында Башҡортостандың киләһе йылға һәм 2014, 2015 йылдарҙағы план осорона төп финанс документтары тикшереүгә ҡабул ителде.
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин депутаттар иғтибарына республиканы 2013 йылда һәм 2015 йылғаса социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса күҙаллау проектын тәҡдим итте. Был документты әҙерләгәндә донъя иҡтисадында көтөлгән үҙгәрештәрҙең барыһы ла иҫәпкә алынды, тине ул. Атап әйткәндә, нефткә хаҡтың төшөүе, төп капиталға инвестицияның, тышҡы сауҙа күләменең кәмеүе шарттарында ла тотороҡло үҫеште тәьмин итерлек йүнәлештәр билдәләнгән. Депутаттар министрға һорау биреп, Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенә бәйле ҡайһы бер хәүефтән һаҡланыу саралары, эске сауҙаны әүҙемләштереү мөмкинлектәре тураһында ҡыҙыҡһынды.
Республиканың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина Башҡортостандың 2013 йылға һәм 2014, 2015 йылдарҙағы план осорона бюджеты хаҡында закон проекты менән таныштырҙы. Ҡаҙнала мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау кеүек йүнәлештәр буйынса йөкләмәләрҙең теүәл үтәлешен тәьмин итерлек сығымдар ҡаралған.
Башҡортостандың Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фондының 2013 йылға һәм 2014, 2015 йылдарҙағы план осорона бюджеты тураһында республика законы проекты буйынса ла һөйләшеү булды. Үрҙә аталған документтар артабан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеттарында тикшереләсәк, тейешле һығымталар яһаласаҡ.
Ултырыш аҙағында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡаҙна аҡсаһы һөҙөмтәле файҙаланылһын өсөн депутаттарҙың материалдарҙы ентекле өйрәнеүен, сығымға һәм килемгә бәйле һәр статьяға иғтибар итеүен һораны. Парламент етәксеһенең һүҙҙәренсә, мөһим финанс документтары буйынса йәмғиәттә фекер алышыу булыуы, халыҡ индергән тәҡдимдәрҙең күҙ уңында тотолоуы мөһим. Ошо маҡсатта www.gsrb.ru сайтында проекттарҙың тулы тексы урынлаштырыла.
Я. УСМАНОВ.