Әҙерлек етди02.10.2012
Әҙерлек етдиЙылдан-йыл һайлау кампанияһы яуаплыраҡ була барыуы бер кемгә лә сер түгел. Шунлыҡтан һәр районда уны закон талаптарына ярашлы теүәл һәм асыҡ үткәреү мотлаҡ. Әбйәлил районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ғәйнетдин Ғиләжев менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.

— Һайлау ҡануниәтенә ярашлы, мөһим кампанияға әҙерлек эштәрен күптән башланыҡ. Районда 32 меңдән ашыу һайлаусы иҫәпләнә. Шуларҙың 424-е — тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр. Уларға һәр ваҡыттағыса диплом һәм бүләк биреләсәк, — тип башланы ул һүҙен. — Әле карта маршруттары өйрәнелә, төрлө сәбәптәр арҡаһында кемдер участкаһына бара алмай икән, йәшәгән йорттарына барып һайлатасаҡбыҙ. Түшәктә ятҡан сирлеләр йәки инвалидтарға ла гражданлыҡ бурысын үтәү мөмкинлеге биреләсәк. Быйыл районда йөҙ ҙә бер йәшлек ике һайлаусы тауыш бирәсәк. Улар — Асҡар ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Муллаәғзәм Дәүләтбаев менән Тупаҡ ауылынан Асия Мәсәлимова. Район 18 һайлау округына бүленде, 68 һайлау участкаһы ойошторолдо.
Муниципаль район Советының 18 мандатына 68 кандидат дәғүә итә. Әле шуларҙың дүртәүһе үҙ теләге менән яҙған ғаризаларын кире алды. “Красная Башкирия” ауыл биләмәһендә бер урынға алты кандидат булһа, Бикҡол һәм Гусевка ауыл биләмәһендә бер урынға икешәр кеше тура килә. Теркәлгән кандидаттарҙың 18-е “Берҙәм Рәсәй”ҙән, 5-әре — КПРФ һәм “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияһы тарафынан тәҡдим ителгән.
— Һайлау участкаһы бинаһы телефон һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тулыһынса тәьмин ителәсәк. Һайлаусылар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәкбеҙ һәм мөһим кампанияны тейешле кимәлдә үткәреүгә өмөт итәбеҙ. Әбйәлилдәр һайлауҙа һынатмаҫ, гражданлыҡ бурысын үтәп, үҙ тауышын лайыҡлы кандидаттарға бирер тип ышанам, — тине Ғәйнетдин Ғиләжев.
К. УСМАНОВА.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад