“Комендант сәғәте” оҙайтылды02.10.2012
1 октябрҙән Башҡортостанда “комендант сәғәте” урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем дауам итә.

“Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында”ғы республика Законында ошондай норма билдәләнә.
Уға ярашлы 17 йәше тулмаған балаларға төндә ата-әсәһеҙ йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла. Ҡанунды боҙған өсөн 500 һумдан 1 меңгә тиклем административ штраф һалына. Ҡабатлап боҙған осраҡта түләү 2 мең һумға тиклем артасаҡ. Әлеге “комендант сәғәте” октябрҙән алып апрелгә тиклем ғәмәлдә ҡала. Ә майҙан алып сентябргә тиклем балаларға төнгө сәғәт 12-нән иртәнге 6-ға тиклем урамда йөрөү тыйыла.

Квартиры посуточно в Уфе


Вернуться назад