Миграция сәйәсәте тикшерелде02.10.2012
Һарытауҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы совет ултырышында ҡатнашты.

Унда дәүләт миграция сәйәсәте концепцияһының төбәк мәсьәләләре һәм уны тормошҡа ашырыу саралары тикшерелде. Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич билдәләүенсә, географик үҙенсәлектәргә бәйле булған миграция сәйәсәте — округ өсөн мөһим темаларҙың береһе. Миграция Волга буйы халыҡтарының именлегенә йоғонто яһай башланы.
Совет ултырышында шулай уҡ ошо өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу, сит ил эшсе көсөн йәлеп итеү, миграция барышында милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү мәсьәләләре ҡаралды.
— Бөгөн байтаҡ проблемалар хәл ителде, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тема бөтә төбәктәр өсөн дә киҫкенлеген юғалтмай. Ул илдәге демографик хәлгә, яҡын сит илдәр менән үҙ-ара мөнәсәбәттәргә бәйле. Минеңсә, тәҡдимдәребеҙ файҙалы буласаҡ һәм тормошҡа ашасаҡ, — тине Михаил Бабич.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад