Етәкселәр ватансылыҡ өлгөһөн күрһәтерме?29.09.2012
“Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк сәйәси советы киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Унда партияның республика бүлексәһе алдында торған мөһим бурыстар, шул иҫәптән 14 октябрҙә уҙасаҡ һайлауға әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды.

Ултырыш тамамланғас, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк сәйәси советы секретары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов журналистар менән осрашып, “Милли элита” тип аталған яңы технология проекты хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Юғары вазифа биләгән дәүләт хеҙмәткәрҙәренең һәм депутаттарҙың сит илдәрҙә ниндәй милке, иҫәбе һәм бизнесы барлығын асыҡлауҙы күҙ уңында тотҡан проект уңышлы булмаҡсы, ти улар.
— “Милли элита” проекты илебеҙҙең иҡтисади бойондороҡһоҙлоғо мәнфәғәтендә тормошҡа ашырыла, — тине Константин Толкачев. — Власть вәкиле булараҡ, дәүләт хеҙмәткәре бүтәндәргә ватансылыҡ өлгөһө күрһәтергә, башҡа дәүләттәрҙең үҫешенә өлөш индереүҙән тыйылырға тейеш. Инвестицияларҙың үҙебеҙгә хеҙмәт итеүе мөһим.
— Бөгөн Рәсәйҙең бик күп түрәһе ғаиләһен сит илдә йәшәтә, аҙна һайын шунда ашыға. Һорау тыуа: был етәкселәр үҙ халҡына эскерһеҙ хеҙмәт итәме икән? Улар бит беҙҙәге ябай граждандың нисек көн иткәнен белә алмай, сөнки балаларҙы баҡсаға йәки мәктәпкә урынлаштырыу, дауаханаға йөрөтөү кеүек мәшәҡәттәрҙе татымаған, — тине Альберт Мифтахов.
Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе сит илдәр тәжрибәһе, әле АҠШ президенты вазифаһына дәғүә иткән Ромниҙың һайлау кампанияһы башланырҙан алда “Газпром”дың акционеры булыуы, шул арҡала халыҡ тарафынан ҡаты тәнҡитләнеүе, хыянатсылыҡта ғәйепләнеүе хаҡында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең Дәүләт Думаһында эшләүсе ҡайһы бер партия вәкилдәре Швейцарияла даими йәшәй, тине ул. Партияның төбәк бүлексәһе етәкселәре фекеренсә, халыҡҡа һәм иленә хеҙмәт итергә йыйынған кеше юғары вазифаға тәғәйенләнер алдынан бизнесынан, ҡайһы бер бәйләнештәренән баш тартырға тейеш.
Я. УСМАНОВ.


Вернуться назад